Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
25 Сентябрь 2025, 10:30

Улар беҙҙең тыныслыҡты яҡлай

Махсус хәрби операция башланғандан алып бик күп яҡташтарыбыҙ бөтә ил халҡы менән бергә Тыуған ил һағында тора. Иҫке Ҡыйышҡы ауылынан, “Маули” ҡушаматлы яугир улар рәтендә.

Улар беҙҙең тыныслыҡты яҡлайУлар беҙҙең тыныслыҡты яҡлай
Улар беҙҙең тыныслыҡты яҡлай

Яугир ағымдағы йылдың апрелендә Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа юллана. Контракт төҙөгәнсе ул урынлағы карьерҙа үҙбушатҡыс машинаһында водитель булып эшләгән. Яугир махсус хәрби операция биләмәһендә штурмлаусылар төркөмөндә хеҙмәт итә. Һуғыш яланында “Маули” исемен йөрөтөүсе яугир  батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтә. Хәрби бурысты үтәгәндә етди яраланып, госпиталдә дауаланып ята, артабан тыуған яғына ҡайтарылып, реабилитация үтә егет.

- Яу яланында йөрөгәндә өйҙө, әсәйемде һәм ҡыҙымды бик һағынам. Ҡыҙым быйыл беренсе класҡа уҡырға барҙы,- ти ул.

Әлеге ваҡытта яугир операциянан һуң реабилитацияны оҙайтыу ниәте менән хеҙмәт иткән частҡа юлланған.

Геройыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тиҙерәк терелеүен теләйбеҙ. Һуғыштар тиҙерәк еңеү менән тамамланып, тыныслыҡ килһен донъяға.

Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға, йәиһә, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары хәрби комиссариатына килергә мөмкин.

Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас