Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
24 Сентябрь 2025, 10:50

Кешегә ни өсөн һынау, ауырлыҡ, бирелә?

Күптәребеҙ ауырлыҡ килгәндә, бәлә-ҡазаға тарығас ҡына Раббыһына ҡайтып, намаҙ уҡый, ураҙа тота, мәсеттәргә йөрөй башлай. Кешегә ни өсөн һынау бирелә һуң?    

Кешегә ни өсөн һынау, ауырлыҡ, бирелә?Кешегә ни өсөн һынау, ауырлыҡ, бирелә?
Кешегә ни өсөн һынау, ауырлыҡ, бирелә?

1. Кемдең кем икәнен, ысынлап та Аллаһҡа ышанамы һәм уға ғибәҙәт ҡыламы икәнлеген асыҡлау өсөн. Ҡайһы бер кеше рәхәт ваҡытта үҙен Аллаһҡа ышанған, намаҙ уҡыған итеп күрһәтә, ә һынау ваҡытында быларҙың бөтәһен дә ташлай.

2. Тәрбиәләү, кешене тура юлға баҫтырыу өсөн. Һынауҙарға хәтлем кеше Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылмай, гонаһтарға сумып йәшәй, ә бәлә-ҡаза күргәс, Раббыһына ҡайта. Бәлә-ҡаза, ауырыу, афәттәрҙе Аллаһы Тәғәлә кешеләргә Үҙенә ҡайтып, ғибәҙәт ҡыла башланһын өсөн ебәрә.

3. Гонаһтарҙан таҙарыныу өсөн. "Шура" сүрәһенең 30-сы аятында: "Һеҙгә килгән бәлә-ҡазалар бары тик ҡулдарығыҙ менән ҡылған гонаһтарығыҙ өсөн генә", - тиелә. Шундай хәҙис тә бар: "Әгәр мөьмин кешегә бөтмәй торған ауырыу, арыу-талыу, берәр сир, ҡайғы килһә, хатта нимә булһа ла уның эсен бошорһа, шулар арҡылы уның гонаһтары ғәфү ителә". Бохари риүәйәте.

4. Һынауҙар килеү кешегә гонаһтарҙан туҡтап, тәүбә итергә, изгелек юлына баҫырға ярҙам итә.

5. Һынауҙар донъяла йәшәүҙең асыл мәғәнәһен иҫкә төшөрә.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас