

Унда файҙалы С витамины цитрус емештәрендәгенә ҡарағанда – ике тапҡырға, ә Е витамины бойҙай майындағына ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Был емеш башҡа витаминдарға, шулай уҡ антиоксиданттарға һәм майлы кислоталарға ла бай. Улар тирене сәләмәт һәм йәш көйө һаҡларға ярҙам итә.
Файҙалы үҙенсәлектәргә килгәндә, уларҙы һанап бөткөһөҙ: иммун системаһын, йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген яҡшырта, һалҡын тейеүҙән, гипертониянан һаҡлай, йүтәлде бөтөрә, организмдан токсиндарҙы һәм шлактарҙы сығара, аш эшкәртеү системаһын, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, биҙҙәр эшмәкәрлеген көйләй, стоматитты дауалай, нервы системаһын тынысландыра.
Көнөнә 100 грамм ғына һырғанаҡ емешен ашаһағыҙ ҙа, иммунитетығыҙҙы ла нығытырһығыҙ, организмығыҙҙы ла витаминдар менән байытырһығыҙ. Уны шәкәр менән бутап, сәйгә ҡушып та эсергә була.
Һырғанаҡ сәйе
Һырғанаҡ менән баллы сәй – иң яҡшы антидепрессант. Быны ғалимдар иҫбатлаған. Шулай уҡ ялҡынһыныуға яҡшы ҡаршы тороу сараһы. Өҫтәүенә, үҙе бик тәмле лә!
Сәй әҙерләү өсөн 150 г һырғанаҡ, ике ҡалаҡ ҡара сәй, ике ҡалаҡ бал һәм 500 мл һыу кәрәк.
Емештәрҙе яҡшы итеп йыуып, 2/3 өлөшөн ҡалаҡ менән иҙегеҙ. Сәйнүккә ошо иҙмәне һәм ҡалған емештәрен һалып, ҡара сәй өҫтәп, ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Сәйнүкте туҡыма менән урап, 10 – 15 минут тотоғоҙ. Әҙер булғас, сынаяҡҡа ҡойоп, бал ҡушып эсергә мөмкин. Уны шулай уҡ ҡара сәй ҡушмай ғына ла әҙерләргә була.
Иғтибар! Һырғанаҡты бауыры, ашҡаҙаны ауыртҡан, панкреатит менән яфаланған, холецистит, бөйөрөндә һәм бәүел ҡыуығында таштар булған кешеләргә һаҡ ҡулланырға кәрәк.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.