Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
22 Сентябрь 2025, 04:49

Октябрь ниндәй буласаҡ?

Белгестәр көн торошон фаразлаған. Дә-әә, кем әйтмешләй. Көҙ шул...

Октябрь ниндәй буласаҡ?Октябрь ниндәй буласаҡ?
Октябрь ниндәй буласаҡ?

Сентябрь башлыса беҙҙе ҡыуандырҙы. Ә бына октябрь улайтырға уйламай шикелле.

Синоптиктар фаразына ышанһаҡ, ай башында ҡапыл һыуытып ебәрәсәк. Улай ғына ла түгел, ә ямғырлы, урыны менән рашҡылы һалҡын көндәр етә.

1 – 3 октябрҙә йылыраҡ булһа ла (көндөҙ +12 градус тирәһе), 4 октябрҙән көндөҙ +5, +6, төндә -1 градусҡаса һыуытасаҡ. Метеорологтар 13 октябргәсә ямғырҙар күҙаллай. Унан һуң, бер-ике көн хатта ҡар яуасаҡ, ти.

6 – 11 октябрҙә көндөҙ +4, +7 градус торһа, төндәрен уртаса -2 градус һыуыҡ буласаҡ. Артабан тағы ла һыуығыраҡ. Айҙың өсөнсө декадаһы башында бер аҙ йылытыуы ихтимал. Октябрҙең һуңғы көндәрендә көндөҙ ҙә нулдән түбән температура булып, инде ҡабат күтәрелмәҫ, тиҙәр.

Был – фараз ғына. Иң теүәлен көнө килеп еткәс, белербеҙ, Аллаһ бирһә.

Фото: автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас