Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2025, 11:37

Синоптиктар октябрь һәм ноябргә һауа торошон фаразланы

Ҡапыл һыуытып ҡар яуасаҡ, тиҙәр бит әле ул.

Синоптиктар октябрь һәм ноябргә һауа торошон фаразланыСиноптиктар октябрь һәм ноябргә һауа торошон фаразланы
Синоптиктар октябрь һәм ноябргә һауа торошон фаразланы

 «Фобос» үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, октябрҙә ай уртаһында һәм 26 октябрҙә көндөҙ ҙә ныҡ һалҡын булыуы көтөләӘммә октябрь башы ярайһы уҡ йылы була: төндә +9 градус һәм көндөҙ +15 градус.

 4 октябрҙә төндә -1 градус  һәм көндөҙ +6 градусҡа тиклем һыуыта.

5 октябрҙә көндөҙ термометр бағанаһы +1 градусҡа тиклем төшә, төндә -2 градус.

Рәсәй метеорологтары

3-13 октябрҙә ямғыр яуыуын, 14-16 октябрҙә ҡар яуыуын фаразлай. Һуңынан 26 октябргә тиклем йәнә ямғыр яуыуы көтөлә.

6-11 октябрҙә көндөҙ +4-тән +7 градус ҡына йылы. Төндә -2 градусҡа тиклем һыуыта.

13 октябрҙә көндөҙ һауа температураһы 0 градусҡа тиклем төшә. 13 октябрҙән 16 – на тиклем иң һыуыҡ көндәр,  15 октябрҙә көндөҙ -7 градус  һалҡын буласаҡ. Төнөн иһә 13 градусҡаса һалҡынайтасаҡ.

 20 октябрҙән көндөҙ +10, төнөн +2 градус була.

26-28 октябрҙә лә көндөҙ минуслы температура билдәләнәсәк. Был осорҙа иң һыуыҡ көн 27 октябрҙә була, ул саҡта -5 градусҡа тиклем, ә төндә -13 градусҡа тиклем һыуыта.

29 октябрҙән ямғырҙар яуа башлай. Икенсе көндө йәнә плюс температураһы көтөлә. Октябрҙең һуңғы көнөндә һауа температураһы көндөҙ +4 градусҡаса йылына, төндә 0 градус булыуы көтөлә. Ноябрь башында көндөҙ 0 градустан саҡ ҡына юғарыраҡ һәм төндә -5 градусҡа тиклем һалҡын. Бындай һауа торошо бер нисә көн дауам итәсәк.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас