Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2025, 09:24

«Самауырлы ритайым» Ҡырмыҫҡалыны гөрләтте

Ҡырмыҫҡалы ауылының «Аҡкүл» паркында тәүге тапҡыр «Самауырлы ритайым» үтте.

«Самауырлы ритайым» Ҡырмыҫҡалыны гөрләтте«Самауырлы ритайым» Ҡырмыҫҡалыны гөрләтте
«Самауырлы ритайым» Ҡырмыҫҡалыны гөрләтте

Ритайымда йәштәр генә түгел, йәш ғаиләләр, бала-сағалар, оло йәштәгеләр, күңелдәре йәш булғандар ҙа, кескәйҙәр ҙә бар ине.
- Самауыр һәм сәй менән ултырыу башҡорт ауылдарының типик йолаһы булған. Улар самауырлы сәй артында бергәләп ҡурай, гармунға ҡушылып йырлағандар, түңәрәк әйләнеп бейегәндәр. Бына ошо сара шул ваҡыттарға алып ҡайта ла инде. Элекке менән хәҙергене тоташтырыусы сара тип әйтһәк тә була. Ритайым дуҫтарын, әүҙем ял яратыусыларҙы үҙенә саҡыра. Бындай осрашыуҙар йәштәр өсөн айырыуса мөһим. Ритайымда йәштәр иркен аралаша, дуҫтар таба, уларҙа мәҙәниәткә, музыкаға, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар ижадына ҡыҙыҡһыныу, халыҡ йырҙарына һөйөү уята. Йәштәр алкоголһеҙ күңел аса һәм былар барыһы ла бушлай, - ти сараны ойоштороусы Дамир Ишембаев.
Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн саҡырылған артистар - популяр башҡарыусылар Юлай Әбсәләмов, музыкант һәм йырсы Илгиз Муллағәлләмов (Илгизмо), Иҙел Ҡоҙашев йырлы-моңло күстәнәстәре менән сығыш яһаны. Шулай уҡ район Мәҙәнит һарайы артистары Дамир Ишембаев, “Далан”, “Йондоҙ” һәм “Браво” бейеү ансамблдәре халыҡҡа дәртле йырҙарын һәм бейеүҙәрен бүләк итте.
Килгән ҡунаҡтар Ҡырмыҫҡалы йәштәренең башланғыстарын хуплап, изге теләктәрен еткерҙе, йәштәрҙең һәр ваҡыт шулай дәртле, әүҙем булып ҡалыуҙарын теләне. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуы етәксеһе һәм алып барыусыһы Наил Юнысов та һоҡланыуын белдерҙе.
- Һеҙгә БСТ каналы һәм Башҡорт ҡоролтайынан күп сәләм алып килдем. Ҡырмыҫҡалыла ошондай матур байрам ойошторолоуы хаҡында ишеткәс тә ғаилә менән килеп еттек. Бында йәштәрҙең күп булыуы һоҡландыра. Йәштәребеҙ бер-береһенә терәк булһындар, дәртле булһындар, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы белһендәр, һәм, әлбиттә, айыҡ тормош алып барһындар.
Дамир ҡустым - үҙе ойоштороусы, үҙе алып барыусы, үҙе диджей. Һинең кеүек егеттәр күберәк булһын ине. Әүҙем, тырыш, дәртле йәштәрҙең башланғыстарын беҙ һәр саҡ хупларға, ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тейешбеҙ, - тине Наил Тәлғәт улы.
- Башҡортостан картаһында самауырлы ритайымдың яңы бер нөктәһе Ҡырмыҫҡалыла барлыҡҡа килде. Аллаһҡа шөкөр, сарабыҙ йылдан-йыл үҫә бара. Хәҙер ул Өфөлә генә түгел, республикабыҙҙың район-ҡалаларында ла үтә башланы. Самауырлы ритайымдың һеҙҙә лә үтеүенә беҙ ифрат шатбыҙ. Киләсәктә лә мәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлайыҡ һәм арттырайыҡ. Ойош­тороу эше бик ауыр, әлбиттә. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөнгө сара бик сағыу, күңелле үтте. Дамир һиңә ҙур алҡыштар, хөрмәт белдерәбеҙ, афарин тип әйтәбеҙ, - тине “Самауырлы ритайым” инициаторҙарының береһе Рөстәм Абдразаҡов һәм Илгизмо менән самауырлы ритайым традицияһынан популяр йырҙарҙан торған ретро микс тигән өлөштө тәҡдим итте. Ритайымда ҡатнашыусы йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә уларға ҡушылып халыҡ йырҙарын башҡарҙылар.
“Йәштәр өсөн район үҙәгендә бер сара ла үткәрелмәй, барып күңел асыр урын да юҡ” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Ниһайәт, бындай урын табылды. Был сара йәштәрҙең ялын файҙалы итеп үткәреү, улар менән осрашып, аралашыу өсөн ойошторола. “Самауырлы ритайым” исемле был матур осрашыу бер нисә йыл инде Өфө һәм Башҡортостандың башҡа район-ҡалалары йәштәрен берләштерә. Сараның төп маҡсаты – башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, уны ҡулланыу өлкәләрен киңәйтеү, йәштәрҙе мәҙәни ҡиммәттәргә ылыҡтырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәш музыканттарға ярҙам итеү, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү.
Бындай сара беҙҙең районда ла тәүге тапҡыр үтеүенә ҡарамаҫтан бик күңелле үтте. Ритайымға килеүселәр тәмле самауыр сәйе эсеп, ихлас тыпырлатып саф башҡорт көйҙәренә бейеп, йырлап күңел астылар. Билдәле йырсыларҙы тыңлап, күңеленә ял, рухи аҙыҡ алып ҡайтты. Самауырлы ритайым халыҡ күңелендә тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.
- Бөгөнгө ритайым бик күңелле үтә. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Беҙ үҙебеҙҙең Ефремкин мәктәбенең уҡыусыларын алып килдек. Уҡыусылар сығыш яһаусыларҙы һоҡланып, дәртләнеп ҡаранылар. Йәш быуын өсөн ошондай саралар бик кәрәк. Әлбиттә, был йәштәрҙе берләштерә, рух көсө бирә, мәҙәниәтебеҙ, яңы йырсылар менән таныштыра, үҙебеҙҙең башҡорт моңона һөйөү тәрбиәләй, - ти Ефремкин мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Юлдашбаева.
- Бындай байрамдарҙы яратабыҙ. Яңыраҡ тормош иптәшем менән Баймаҡ районында үткән “Башҡорт аты” фестивалендә булдыҡ. Байрам сиктәрендә үткән самауырлы ритайымда ҡатнашып ҡайттыҡ. Бөгөнгө кеүек байрамдар йышыраҡ булып торһон. Халыҡ донъя мәшәҡәттәренән ял итеп, бер-береһе менән танышып, аралашып йәшәргә тейеш. Был байрам беҙҙе йәшлеккә алып ҡайтты. Йәш саҡта ауыл клубына ритайымға йөрөй торғайныҡ. Гармунға рәхәтләнеп таң атҡансы бейеп ҡайта инек, - ти Ҡырмыҫҡалы ауылынан Фәниә Ишбулатова.
Һеҙҙең «Самауырлы ритайым»да булғанығыҙ бармы? Беҙ булдыҡ! Беҙгә оҡшаны!
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас