

Балаларға күҙ тейһә, ошондай билдәләр күҙәтелә:
* Бала бер туҡтауһыҙ мыжый, көйһөҙләнә.
* Күп нәмәнән ҡурҡа башлай, өйҙә бер үҙе ҡалмай.
* Уйнағыһы килмәй, күп яратҡан шөғөлөнән баш тарта.
* Күҙ тейеүҙән температураһы күтәрелеүе лә бар. Ул дарыуҙар менән төшмәй.
Ә өлкәндәргә күҙ тейһә, ошондай билдәләрҙе күрергә була: иммунитеты ҡаҡшай, башы ауырта, күңелен ҡурҡыу биләп ала, һауа етмәй, күкрәге ҡыҫыла, яраланған тәне оҙаҡ төҙәлмәй, йоҡо килгәндәге кеүек иҫнәп бер була, эшкә ҡулы бармай, тормоштоң йәмен юғалта, хәле бөтә, уйлаған пландары килеп сыҡмай.
Күҙ тейеүҙән ҡотолоу өсөн пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм доғаны 7 тапҡыр уҡырға ҡушҡан. «Фатиха», «Аятел-Көрси», «Ихлас», «Фәләҡ», «Нәс» сүрәләрен уҡырға кәрәк, «Инширах» сүрәһе тынысландыра. «Фатиха» сүрәһе бөтөн ауырыуға шифалыр. Был сүрәне уҡып, һәр кем дауа таба ала. Аллаһы Тәғәлә һәр ауырыуҙың дауаһын да бирҙем, тигән. Уны бары тик эҙләргә, табырға тырышырға ғына кәрәк», – тип әйткән пәйғәмбәребеҙ.
Фото: Т. АМАНОВ.