Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
19 Сентябрь 2025, 10:12

Эшен яратып башҡара

Секретарь, йәғни сәркәтип һөнәре бик яуаплы һәм ҡатмарлы. Улар етәкселәрҙең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, уң ҡулы.  Бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларҙы район мәғариф бүлегендә сек­ретарь булып эшләүсе Рәсимә Хәсәнова менән таныштырып үтәбеҙ.

Эшен яратып башҡараЭшен яратып башҡара
Эшен яратып башҡара

Секретарь, йәғни сәркәтип һөнәре бик яуаплы һәм ҡатмарлы. Улар етәкселәрҙең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы, уң ҡулы. Мәғлүмәт эҙләгәндә, документтар менән эш иткәндә уларҙың ярҙамы баһалап бөткөһөҙ.
Бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларҙы район мәғариф бүлегендә сек­ретарь булып эшләүсе Рәсимә Хәсәнова менән таныштырып үтәбеҙ.
Рәсимә Рәис ҡыҙы Мәләүез районының Хәсән ауылында тыуған. Урындағы мәктәпте тамамлағас, Салауат педагогия колледжына уҡырға инә. Башланғыс кластар уҡытыусыһы белгеслеге алып сыҡҡас, тыуған мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Һайлаған һөнәре буйынса мәктәптә башланғыс кластарға биш йыл белем бирә. Артабан Мәләүез ҡалаһының “Көнгәк” гәзитенә корректор булып эшкә урынлаша. Һуңынан ғаилә сәбәптәре буйынса, әсәһенә яҡын булыу уңайынан Рәсимәгә ауылына ҡайтырға тура килә. Ул ҡайтҡас ауыл хакимиәтендә бухгалтер эшен дә алып бара. Бөгөнгө көндә район мәғариф бүлегендә хеҙмәт итә.
- Секретарь булып күптән түгел генә эшләйем. Шуға ҡарамаҫтан эшем һәм бергә хеҙмәт иткән коллектив миңә бик оҡшай. Иртә менән теләп эшкә киләм. Телефон аша шылтыратып, факстар ҡабул итәм, электрон документтар әйләнешен алып барам. Шулай уҡ минең иңемдә етәкселек күрһәтмәләрен үтәү, граждандарҙы ҡабул итеү, хаттар әҙерләү, телефон аша шылтыратыуҙарға яуап биреү һәм башҡа бурыстар тора. Документтар әйләнеше һәм ойоштороу процестары өсөн дә яуаплылыҡ бар. Һәр эш кеүек минең эшемдең дә күҙгә күренмәгән ҡатмарлыҡтары бар, әлбиттә. Ситтән ҡарағанда ғына еңел эш һымаҡ тойола, - ти Рәсимә Рәис ҡыҙы.
Секретарҙарҙың эштәре бик күп. Көн һайын уларға өйөлөп ятҡан документтарҙы тәртипкә килтерергә, сәғәттәр буйы компьютер мониторы алдында эшләргә, күп һанлы ваҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Хеҙмәттәре күренеп тә бармайҙыр, бәлки, әммә көндәлек тормошта уларһыҙ мөмкин түгел.
- Яҡшы секретарь һәр саҡ сабыр, эшенең нескәлектәрен бик яҡшы белергә, мөләйем йөҙлө булырға тейеш. Маҡсатҡа ынтылышлы булыу, төплө белемле, эшһөйәр булыу мөһим. Беҙҙең эштә шулай уҡ яуаплылыҡты тоя, кеше менән аралаша белеү, иғтибарлы булыу, ныҡышмалылыҡ кеүек сифаттар ҙа талап ителә, - ти ул.
Ул эшен еренә еткереп сифатлы башҡарғаны өсөн хеҙмәттәштәре араһында хөрмәт ҡаҙанып өлгөргән, уны тик яҡшы һүҙ менән генә телгә алалар. Рәсимә Рәис ҡыҙына ихласлыҡ, яғымлылыҡ, сабырлыҡ, иғтибарлылыҡ кеүек сифаттар хас. Ә уның был сифаттары туранан-тура әңгәмәләшеүгә лә, телефон аша һөйләшеүгә лә ҡағыла.
Рәсимә Хәсәнова 2013 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Ҡус­тығол ауылына килен булып төшә. Рәис Рәсих улы менән матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ата-әсә шатлығы булып ҡыҙҙары тыуа. Ғаилә башлығы вахтовик булып байтаҡ йылдар Себерҙә эшләй. Хужабикәнең бар булмышы – өй йылыһын, ғаилә усағын һаҡлау, бала бағыу була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшнәп йәшәр саҡта ире йәшләй вафат була. Ләкин Рәсимә килен булып төшкән ерен ташлап китмәй. Килен менән ҡәйнә бер йортта берҙәм, татыу булып йәшәйҙәр. Ҡәйнәһе аш-һыу тирәһендә булышһа, тырыш, уңған, эшкә әрһеҙ Рәсимә ҡәйнәһенә лә булыша, йортта ир-аттар эшен дә башҡара. Бөгөнгө көндә Рәсимә ҡыҙы менән Ҡырмыҫҡалы ауылына күсеп килә. Ҡатын район мәғариф бүлегенә эшкә урынлаша, ҡыҙы Риана быйыл беренсе класҡа уҡырға барҙы. Риана Ҡырмыҫҡалы гимназияһында белем ала. Шуға ҡарамаҫтан, улар аҙна һайын ауылға ҡәйнәһе янына ҡайтып хәлен белешеп, ярҙамлашып торалар.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас