+24 °С
Ямғыр


Ингредиенттары:
-1 стакан он
- 1 стакан кефир
- 1 стакан ҡайнар һыу
- йомортҡа 2 дана
-шәкәр ике аш ҡалағы
-сода һәм тоҙ яртышар сәй ҡалағы
-үҫемлек майы ике аш ҡалағы
Әҙерләү:
1. Йомортҡаларҙы тоҙ менән туҡыйбыҙ.
2. Ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ, шунан кефир һәм туғыуҙан туҡтамайбыҙ.
3. Иләнгән онды сода менән бутайбыҙ, шәкәр, үҫемлек майы өҫтәйбеҙ.
4. Барыһын да яҡшы итеп болғатабыҙ, төйөр ҡалмаһын.
5. Ҡаймаҡ шыйыҡлығындай килеп сыға, уны 10 минутҡа ҡалдырабыҙ.
6. Майланған табала ҡоя башлайбыҙ.
Ҡоймаҡ йоҡа ғына, ипләп кенә әйләндерегеҙ. Тәмле сәй эсегеҙ!