Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
15 Сентябрь 2025, 04:45

Еңеүсе студенттар берәр миллион һумға эйә булды

Өфө вуз-ара кампусы резиденты студент стартаптарына ярҙам итеү өсөн биш миллион һум алды

Еңеүсе студенттар берәр миллион һумға эйә булдыЕңеүсе студенттар берәр миллион һумға эйә булды
Еңеүсе студенттар берәр миллион һумға эйә булды

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан Федераль инновацияларға ярҙам итеү фондының «Студент стартапы» конкурсына бирелгән туғыҙ ғаризаның бишәүһе хуплау тапҡан. Был хаҡта республика Хөкүмәтенән хәбәр иттеләр. Кампустарҙы төҙөү һәм үҫтереү «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») маҡсаттарына ярашлы алып барыла.

Еңеүселәр 1 миллион һум ала. 11600 самаһы ғаризанан 2500 иң яҡшы проект һайлап алынған. Еңеүсе проекттар буйынса Башҡортостан дүрт лидер иҫәбенә инде. Еңеүсе проекттарҙың һәр икенсеһе технологик лидерлыҡ милли проекттарының бер өлкәһенә арналған.

– Республика студенттарының стартаптар конкурсында уңышлы ҡатнашыуы – төбәк етәкселегенең фән өлкәһендәге системалы эшенең, һәләтле йәштәргә ярҙам итеүенең тағы бер һөҙөмтәһе. Ә төбәктә вуз-ара кампус булдырыу университеттарҙы фән драйверҙары булараҡ үҫтереүгә генә түгел, тотош илдең технологик суверенитетына ла булышлыҡ итә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Светлана Мостафина.

Аҡмулла университетының конкурста еңеү яулаған биш студенты сығарылыш квалификация эштәрен стартап форматында яҡларға ниәтләй. Эштәр тематикаһы киң биотехнологиялар, яңы материалдар һәм химик технологиялар, медицина һәм һаулыҡ һаҡлау технологиялары, креатив индустриялар өлкәһенә ҡағыла.

– Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы педагогия вуздары араһында хуплау тапҡан проекттар һаны буйынса М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Пермь дәүләт гуманитар-педагогия университеты – иң алдынғылар, – тип билдәләне БДПУ-ның ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса проректоры Светлана Гәрәева.

Яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас