

Быйыл баҡса емештәре шул тиклем күп булды. Уңған хужабикәләр кинәнеп ҡышҡылыҡҡа төрлөһөн әҙерләй. Миәкә районы Боғҙан ауылынан аш-һыу оҫтаһы Әнфисә Латипова алма менән баланды ҡушып повидло эшләгән. Бик үҙенсәлекле тәм менән, ашап туйғыһыҙ килеп сыҡҡан. Һүҙ – Әнфисә апайға.
– Мин повидлоны алма менән баландан яһайым. 4 килограмм баланды йыуып таҙартып, 2 литр һыу һалып бешерергә газға ҡуям. Ҡайнап сыҡҡас, ярты сәғәт талғын утта бешерәм, һыуынғас һөҙгөс аша һөҙәм дә ситкә ҡуйып торам. 5-6 килограмм алманы төрлө ҙурлыҡтағы киҫәктәргә турап шулай уҡ 2 литр һыу һалып бешереп алам да, һөҙәм. Оло ғына кәстрүлгә ике һөҙмәне бергә ҡушып болғатам һәм 6 килограмм шәкәр ҡомо һалып, шәкәре иреп бөткәнсе газда 20 минут тирәһе ҡайнатам. Бик тәмле, ҡуйы павидло килеп сыға. Ҡышын сәй эсергә, пирогтар бешерергә рәхәтләнеп ҡулланам.
Автор фотолары.
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2025-09-13/balan-men-n-almanan-povidlo-eshl-g-nege-barmy-4386597