+24 °С
Ямғыр


Ул айырыуса ир-ат өсөн файҙалы икән. Ҡабаҡ орлоғо магнийға бай. Ул йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, холестеринды кәметә. Гипертониянан яфаланғандарға ла килешә.
Табиптар билдәләүенсә, ҡабаҡ орлоғо айырыуса ир-ат һаулығы өсөн файҙалы. Көс-ҡеүәтте юғалтмаҫ өсөн көн һайын 50 – 60 грамм ҡабаҡ тосо ашарға тәҡдим ителә.
Иң файҙалыһы – ҡыҙҙырылмағаны, ҡояшта киптерелгәне. Ҡыҙҙырғанда емештең күп файҙалы үҙенсәлектәре юғала. Уны яҡшылап сәйнәргә кәрәк, юғиһә насар үҙләштерелә. Шулай ҙа көнөнә 100 грамдан күберәк ашарға ярамай.
Фото: https://ru.freepik.com/free-phot
Сығанаҡ: Шоңҡар журналы