

Турнирҙа дүрт командала ветерандар, Илвирҙың дуҫтары, Үрге Төкөн һәм Алайғыр ауылдары йәштәре уйнаны.
Ауыл клубы етәксеһе Айгөл Хәмитованың инициативаһы менән ойошторолған сараны яугирҙең туғандары, ауылдаштары, дуҫтары дәррәү күтәреп алды.
Ныҡышмалы уйындарҙан һуң Алайғыр ауылы командаһы беренсе урынды яуланы. Икенсе урында - үргетөкөндәр, өсөнсөлә - дуҫтары, дүртенселә ветерандар командаһы.
- Илвир улымды ихтирам итеп килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Был уйынды киләсәктә лә йолаға индерербеҙ, Алла бойорһа.
Иң мөһиме, илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, бар һалдаттарҙың да иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Бөгөнгө сараға улыбыҙҙың рухы шат булғандыр, - тип Күсмә кубокты Алайғыр командаһына тапшырҙы яугирҙең әсәһе Сажиҙә апай Байғусҡарова.
Был күркәм сараны ойоштороуға өлөш индергәндәрҙең барыһына ла афарин. Яугир Илвир Байғусҡаровтың ата-әсәһенә ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Киләсәктә турнир тағы ла күберәк йәштәрҙе йыйыр, тип өмөтләнәбеҙ.