Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Сентябрь 2025, 08:56

Яратҡан эшең булыу - бәхет

Бөгөн Парикмахерҙар көнө билдәләнә. Һөнәри байрамдары алдынан кешеләргә матурлыҡ бүләк итеүсе, иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең ысын оҫтаһы, Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Эльмира Хәмитова менән әңгәмә үткәрҙек.

Яратҡан эшең булыу - бәхетЯратҡан эшең булыу - бәхет
Яратҡан эшең булыу - бәхет

Һөнәри байрамдары алдынан кешеләргә матурлыҡ бүләк итеүсе, иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең ысын оҫтаһы, Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Эльмира Хәмитова менән әңгәмә үткәрҙек. Уға тәбиғәтебеҙ һәләтте лә, йомарт күңелде лә, күркәм холоҡ-фиғелде лә йәлләмәй өләшкән.
- Эльмира Зинур ҡыҙы, үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙсе. Һөнәрегеҙ буйынса күпме эшләйһегеҙ?
- Исемем Эльмира. Мин универсал сәс оҫтаһы. Был һөнәрҙә 2008 йылдан эшләйем. Тәүҙә хеҙмәтемде Өфөлә башланым, һуңынан тыуған ауылым Ҡырмыҫҡалыға ҡайтып эшемде дауам иттем.
- Һеҙ ни өсөн парикмахер һөнәрен һайланығыҙ?
- Бәләкәйҙән парик­махер һөнәрен яраттым. Тәбиғәттән бирелгән йүнәлеш булғандыр, күрәһең. Ҡулымдан ҡайсы төшмәне. Бәләкәй саҡта ҡурсаҡтарыма матур-матур прическалар эшләй инем, сәстәрен киҫә торғайным. Ҙурая килә, әхирәттәремә, яҡындарыма толомдар үреп, прическалар эшләй башланым. Эшем шул тиклем оҡшай, яратып эшләйем. Үҙ ҡулдарың менән тыуҙырған матурлыҡ менән кешеләрҙе һоҡландырып, илһамландырып йәшәүҙәргә ни етә!
- Парикмахер ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
- Яҡшы парикмахер, иң тәүҙә, матурлыҡты күрә белергә, уның күҙ үлсәме яҡшы булырға тейеш. Шулай уҡ беҙҙең эштә аралашыусанлыҡ кеүек сифат та бик мөһим. Мин үҙем аралашыусан кеше. Шуға күрә һөйләйҙәр икән, мин уларҙы ихлас тыңлайым. Яҡшы оҫта ғына түгел, психолог булырға ла кәрәк.
- Эшегеҙҙә ниндәй ауыр­лыҡтар менән осрашырға тура килә?
- Иң ауыры – ул клиенттың теләген аңлау. Шулай уҡ клиентҡа прическа килешһен өсөн уның холоҡ-фиғелен тойомлай белергә, тышҡы ҡиәфәтенә тап килгән, клиенттың теләге буйынса уға ғына килешкәнен тура килтерә белергә кәрәк. Төрлө клиенттар була. Матурлыҡ төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Кемгәлер ҡыҫҡа сәс оҡшаһа, икенсеһенә - оҙонорағы. Төрлө осраҡтар була, ҡайһы берәүҙәр йөҙөнә килешмәгән прическа эшләүҙе талап итә. Бындай хәлдә, иң мөһиме, уртаҡ тел таба белеү һәм теге йәки был прическаның нескәлектәрен аңлатыу. Икенселәре сәс киҫтереү, буятыуҙы беҙгә ышанып тапшыралар. Һәр кешегә үҙенә айырым ижади ҡараш, бәйләнеш булдырыр­ға кәрәк, шул саҡта ғына эшеңдең һөҙөмтәһе үҙеңде лә, клиентыңды ла һөйөндөрә.
- Һөнәрегеҙ ижади һәләттәрегеҙҙе асырға, үҙегеҙҙе күрһәтергә мөмкинлек бирәме?
- Әлбиттә. Һөнәрем донъяһы - ул ижад, ғәжәп матурлыҡ донъяһы, унда мин үҙемде, ижади һәләттәремде күрһәтә алам. Ул донъяны тағы ла матур һәм сихри итеп күрергә ярҙам итә. Төрлө буяу техникалары ысынлап та художест­волы эштең бер өлөшө булып тора. Прическалар эшләү, төрләндереп сәс үреү – ысын сәнғәт бит ул.
- Һеҙ салонда ғына ҡабул итәһегеҙме?
- Салонда ғына ултырмайым, өйгә лә барам. Был айырыуса декреттағы әсәләр, сәләмәтлектәре буйынса йөрөй алмаған клиенттар өсөн уңайлы.
- Клиенттарығыҙ кем­дәр?
- Матурлыҡ салонына төрлө клиенттар килә: үҙҙәренең талаптары һәм теләктәре менән өлкәндәр, ә инде кәйефһеҙ сабыйҙар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бөтә ғаилә менән йөрөүсе клиенттарым да бар.
- Ғаиләлә һөнәри өлкәлә камиллашыу теләгегеҙҙе хуплайҙармы?
- Әлбиттә, улар минең менән ғорурлана. Яратҡан эшем, ғаиләм ижад итергә көс бирә, ҡанат ҡуя.
- Коллективығыҙ тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
- 2013 йылда күптәнге хыялым булған “Феличита” тип аталған үҙ салонымды астым. Минең менән парикмахер-универсал Фидәлиә Дәүләтова эшләй. Үҙ эшен яратҡан, бөтә нескәлектәрен белгән оҫта менән берҙәм һәм татыу эшләйбеҙ. Район кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа ла ҡатнашабыҙ.
- Был өлкәлә киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?
- Артабан камилла­шыу, төрлө семинарҙар һәм күргәҙмәләргә йөрөү, тәжрибә уртаҡлашыу һәм башҡаларҙан яңыларын өйрәнеү. Оҫта парикмахер булыу өсөн уҡып сығыу ғына етмәй, оҫталыҡ күберәк практика менән килә.
- Парикмахер һөнәре һәр ваҡыт көнүҙәк, сөнки сәс тәрбиәләү кешеләрҙең көндәлек тормошоноң мөһим өлөшө булып тора. Һеҙ кешеләргә киләсәккә ышаныс, яҡшылыҡ өләшәһегеҙ. Бар яҡлап та бай, бәхетле һәм уңышлы булығыҙ. Эльмира Зинур ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА әңгәмәләште.
Автор фотоһы.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас