Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
13 Сентябрь 2025, 17:36

Өфө предприятиеһы БПЛА һөжүменән һуң штат режимында эшләй

"Өфө" аэропорты ла эшен дауам итте.    

Өфө предприятиеһы БПЛА һөжүменән һуң штат режимында эшләйӨфө предприятиеһы БПЛА һөжүменән һуң штат режимында эшләй
Өфө предприятиеһы БПЛА һөжүменән һуң штат режимында эшләй

Бөгөн украин БПЛА-лары һөжүм иткән предприятие штат режимында эшләй. “Башинформ” агентлығына мәғлүмәтле сығанаҡ хәбәр итеүенсә, һөжүмдән күрелгән зыян әллә ни ҙур түгел, шуға күрә яғыулыҡ сығарыу дауам итә, бер ниндәй ҙә өҙөклөктәр булмаясаҡ.

Шулай уҡ 19:33 (урындағы ваҡыт) сәғәттән һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға сикләүҙәр бөтөрөлдө, тип хәбәр иттеләр “Өфө” аэродромының рәсми телеграм-каналында. Әле аэропорт штат режимында эшләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә самолет тибындағы бер нисә БПЛА һөжүме тураһында хәбәр иткәйне.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас