Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
12 Сентябрь 2025, 11:14

Күп балалы ғаилә көнө булдырыла

Республикала Күп балалы ғаилә көнөн булдырырға тәҡдим итәләр

Күп балалы ғаилә көнө булдырылаКүп балалы ғаилә көнө булдырыла
Күп балалы ғаилә көнө булдырыла

Уны 21 декабрҙә билдәләү планлаштырыла.

Фото:Валерий Шахов

Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары киләһе ултырышта мөһим дата булдырыу тураһында закон проектын ҡарай.

Парламент спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, йыл аҙағында республикала ишле ғаиләләрҙе, «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй проекты һәм башҡа ғаилә конкурстары еңеүселәрен, призерҙарын бүләкләүгә бәйле 21 декабрь көнө һайланды.

«Күп балалы ғаилә көнөн булдырыу ғаилә институтын нығытыуға, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм күп балалылыҡты пропагандалауға булышлыҡ итәсәк», — тине Константин Толкачев.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән колледж студенттарына уҡыу өсөн түләнгән аҡсаның бер өлөшө кире ҡайтарыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-12/v-bashkirii-predlagayut-uchredit-den-mnogodetnoy-semi-4384923

Автор:Гөлфиә Акулова
Сығанаҡ: башинформ.ру
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас