

“Уйна гармун” – ул яратҡан уйын ҡоралыбыҙҙың береһе булған гармундың дәрәжәһен күтәреү йәһәтенән үткәрелгән сираттағы күркәм сара. Уның маҡсаты - гармунда уйнау оҫталығын пропагандалау һәм үҫтереү, йәштәрҙе музыка-уйын ҡоралдары сәнғәтенә йәлеп итеү.
Эйе, гармун - халҡыбыҙҙа киң таралған уйын ҡоралы. Элек-электән һәр бер ауылда гармун моңо яңғырар булған. Был көндә бәләкәй генә ауыл иҫ китмәле сара ойоштороп мәртәбәле ҡунаҡтарҙы, ауылдаштарҙы йыйҙы. Иртә таңдан ауылдың Сәскә урамы йыр-моңға күмелде. Сәхнә янындағы күргәҙмәнән дә халыҡ өҙөлмәне: бында улар Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе Рәмил Аҙнағолов әҙерләгән күргәҙмә менән танышты. Күргәҙмәгә халҡыбыҙ тарихына арналған бер өлөшө сығарылған ине. Һәр бер әйбер, һәр бер экспонат барыһын да бала саҡҡа, олатайҙар-өләсәйҙәр тормошона алып ҡайтҡандыр, моғайын.
Рәмил Аҙнағолов районда үҙенең йөкмәткеле коллекцияһы менән билдәле. Бына инде 11 йыл ул үткән йылдарҙың төрлө көнкүреш экспонаттарын йыя. 300-ҙән ашыу экспонатты Рәмил Рамаҙан улы Ҡолош һәм Ҡабаҡ ауылдары гараждарында һаҡлай. Һәр береһе тураһында ул мауыҡтырғыс һәм ентекле итеп һөйләй. Күргәҙмә әҙерләүсе һәм матур байрам ойоштороусы Рәмил Аҙнағоловҡа һәр кем оло рәхмәтен белдерҙе.
Артабан сарала ҡатнашыусылар сәхнә янына йыйылды. Ҡунаҡтар район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Виктория Мөхәмәҙиева, Ҡабаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Руслан Әйүпов, Һәүәләй ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Тимур Ғәләүетдинов сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәк (автоклуб), район мәҙәниәт бүлеге һәм Һәүәләй ауыл биләмәһе хакимиәте ярҙамында матур концерт программаһы ойошторолдо. Район гармунсылары уның биҙәге булды. Быуаттар дауамында халҡыбыҙҙың рухи берҙәмлеген нығытҡан, шатландырған, ауыр саҡтарҙа күңелен йыуатҡан гармун бөгөн дә тормошта үҙ ролен юғалтмай. Гармунсылар Рәсүл Аҙнағолов, Александр Иванов, Владимир Афанасьев, Михаил Кудряшов, Хәлит Аҙнағолов һәм Рәзил Хафизов гармунда уйнау маһирлыҡтарын күрһәтеп, береһен-береһе уҙҙырып гармун моңдарын һуҙҙы. Ошондай оҫталар булғанда музыка ҡоралында уйнауҙың элек-электән килгән традициялары бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаҫ. Артабан да “Уйна гармун” байрамы үҫешһен, ҡатнашыусылары тағы ла артһын.
Музыка ҡомартҡыларын һаҡлау, популярлаштырыуға тос өлөш индереүсе гармунсылар район мәҙәниәт бүлегенең Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Сараның инициаторы һәм ойоштороусыһы Рәмил Аҙнағоловҡа Һәүәләй һәм Ҡабаҡ ауыл Советтары хакимиәттәре башлыҡтары рәхмәт һүҙҙәрен әйтте һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Байрам концертында шулай уҡ Һәүәләй ауылының “Йәшлегем моңдары”, Олокүл ауылының “Ләйсән”, Николаевка ауылының “Родник” һәм Иҫке Аҡташ ауылының “Йәшлегем моңдары” ансамблдәре матур сығыштары менән халыҡ күңелен күтәрҙе.
Сауҙа нөктәләре, балалар өсөн төрлө аттракциондар эшләне. Халыҡ рәхәтләнеп ял итте, рухи аҙыҡ алды.
Күркәм саралар ауыл халҡын дәртләндереп кенә ҡалмай, бергә туплай, берләштерә, ыңғай сифаттар тәрбиәләй. Йәш балаларҙың да ҡатнашыуы күңелгә бер һөйөнөс – улар халҡыбыҙҙың уйын ҡоралдары, ауыҙ-тел ижады менән танышып, күреп, бергә ҡайнап үҫә. Тимәк, телебез, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ алдағы көндәрҙә лә юғалмаҫ, тип ышанабыҙ.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.