– Берҙәм тауыш биреү көнөндә – 14 сентябрҙә – районда биш һайлау кампанияһы үтәсәк: Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы Советының 5-се һәм 13-сө бер мандатлы һайлау округтары буйынса, Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы Ефремкин ауыл биләмәһе Советының 10-сы бер мандатлы һайлау округы буйынса, Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы Николаевка ауыл биләмәһе Советының 5-се бер мандатлы һайлау округы буйынса, Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе Советының 9-сы бер мандатлы һайлау округы буйынса өҫтәмә депутат һайлауҙары үтәсәк. Был һайлауҙар ошо урындағы үҙидара органдарында депутаттарҙың вәкәләттәре алдан туҡтатылыу сәбәпле үткәреләсәк. Һайлау хоҡуҡтарын бойомға ашырыуҙы урындағы һәм участка һайлау комиссияларының тауыш биреу хоҡуғы булған 68 ағзаһы тәьмин итәсәк. Тауыш биреү барышын күҙәтеүселәр күҙәтәсәк.
– Тауыш биреүселәрҙе ҡайҙа тауыш биреү мәсьәләһе һәр саҡ ҡыҙыҡһындыра. Ғәҙәттәге һайлау участкалары исемлеге үҙгәрмәнеме?
– Тауыш биреү һигеҙ һайлау участкаһында үтәсәк. Уларҙың урынлашыуы үҙгәрмәне, тауыш биреүселәр үҙҙәре теркәлгән урындағы һайлау участкаһында тауыш бирә аласаҡ. Уларҙың урынлашыуы тураһында беҙ район гәзиттәрендә баҫтырҙыҡ. Һайлау участкаһының һанын, адресын һәм контакт белешмәһен РФ-ның Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында ла «Үҙ һайлау участкаңды тап» бүлегендә лә белеп була.
Өҫтәп әйтергә кәрәк, әгәр берҙәм тауыш биреү көнөндә тауыш биреүселәр һаулыҡтары, мөмкинлектәре сикләнгән булыу йәиһә ҡарауға мохтаж кешеләрҙе ташлап китә алмауҙары, йә башҡа сәбәптәр арҡаһында шәхсән үҙҙәре һайлау участкаһына килә алмаһалар, ул саҡта улар өйҙә тауыш биреү мөмкинлеген файҙалана аласаҡ.

Бындай мөмкинлек ярҙамға мохтаж ололар, инвалидтар, ҡаты сирләгәндәр, шулай уҡ ауырыған туғанын тәрбиәләгәндәр, әгәр уны бер үҙен ҡалдырыу мөмкинлеге булмағандарға бирелә. Өйҙә тауыш биреү тураһында ғаризаны йәиһә телдән мөрәжәғәтте (шулай уҡ башҡа кешеләр аша үтенесте) үҙеңдең һайлау участка комиссияһына 14 сентябрҙә 14.00 сәғәткә тиклем бирергә мөмкин. Һайлау комиссияһы ағзалары уның өйөнә тауыш һалыу ҡумтаһы алып килеп етәсәк. Шул уҡ ваҡытта, һайлау участкаһындағы кеүек, тауыш биреүсе өйөндә тауыш биргәндә лә, сәйәси партияларҙан, кандидаттарҙан, йәмәғәтселек күҙәтеүселәре булырға мөмкин.
Тауыш биреүселәр шулай уҡ үҙҙәренең тауыш биреүселәр исемлегенә индерелеүен тикшереү өсөн участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итә ала.
Тауыш биреүселәр шулай уҡ үҙҙәренең тауыш биреүселәр исемлегенә индерелеүен тикшереү өсөн участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итә ала.
– Урындағы һайлауҙарҙа «Мобиль тауыш биреүсе» механизмы ҡулланыламы?
– Алдағы муниципаль һайлауҙарҙа «Мобиль тауыш биреүсе» механизмын ҡулланыу күҙ уңында тотолмай. Бындай кимәлдәге һайлау кампанияларын үткәреү ваҡытында федераль закон алдан тауыш биреүҙе ойоштороуҙы талап итә. Алдан тауыш биреүгә билдәле сәбәптәр арҡаһында берҙәм тауыш биреү көнөндә һайлау участкаһына килә алмаған тауыш биреүселәр ҡатнаша ала. Бының сәбәптәре отпуск, командировка, эш йәки уҡыу режимы, дәүләт йәки йәмәғәт бурыстарын башҡарыу, һаулыҡ хәле һәм башҡа объектив шарттар булыуы мөмкин. Алдан тауыш биреү барлыҡ һайлау участкаларында эш көндәрендә сәғәт 16:00-дән 20:00-гә тиклем ойоштороласаҡ һәм 2025 йылдың 13 сентябренә тиклем сәғәт 14:00-гә тиклем дауам итәсәк. Тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн паспорт булыуы мотлаҡ. Һәр тауыш биреүсе шәхсән үҙе тауыш бирә.
– Һайлау кампаниялары тураһында тағы ҡайҙа тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин?
– Алдағы һайлауҙар һәм кандидаттар тураһындағы бар мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы хакимиәтенең рәсми сайтындағы урындағы һайлау комиссияһының интернет-битендә «2025 йыл һайлауҙары» бүлегендә табырға мөмкин. Шулай уҡ барлыҡ ҡатнашыусы участка һайлау комиссиялары теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәттәр тураһында мәғлүмәт таҡталарын эшләне. һайлау процесын ойоштороу һәм үткәреү, һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу менән бәйле бөтә һорауҙар буйынса 2-29-81 номерлы телефонға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Әйтергә кәрәк, берҙәм тауыш биреү көнөндә, 14 сентябрҙә, тауыш биреү сәғәт 07:00-дан 21:00-гә тиклем үтәсәк.