

Итле
йомроҡастар
Ике баш һуғанды ваҡлап турап, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Өс йомортҡаны бешереп, ваҡлап турарға һәм ике ҡалаҡ майонез һалып бутарға. Өс картуфты һәм 150 г ҡаты сырҙы ҡырғыста ҡырырға. 500 г фаршҡа самалап тоҙ, ҡара һәм ҡыҙыл борос һалып бутарға ла, 6 – 7 өлөшкә бүлергә. Майланған табаға иттән йәймәләр эшләп, теҙеп сығырға. Өҫтөнә ҡатлы-ҡатлы итеп һуғанды, йомортҡаны һалып, өҫтөн картуф менән ҡапларға.
Һәр бер йомроҡасҡа майонез һылағас, 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 20 минут бешерергә. Аҙаҡ һәр береһенең өҫтөнә ҡырылған сыр һибеп, тағы ла 7 – 10 минут тоторға.
Табынға йомроҡастарҙы айырым да, бешкән дөгө йәки ҡарабойҙай менән дә бирергә була.
Ҡыҙыл ҡарағаттан
торт
Ҡамыр өсөн 250 г ондо 70 г шәкәр менән бутарға. Өҫтөнә бер йомортҡа менән бүлмә температураһында йомшарған 140 г аҡ май һалып, ҡамыр баҫырға һәм 20 минутҡа һыуытҡысҡа һалып торорға. Аҙаҡ уны икегә бүлеп йәйергә.
Бер йәйемде майланған табаға ситтәре 2 см тирәһе күтәрелеп торорлоҡ итеп һалырға һәм 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә алһыу төҫкә ингәнсе бешерергә. Уны табанан һаҡ ҡына алып һыуытырға.
Икенсе йәймәне лә шулай уҡ бешереп алырға. 200 г таҙартып иҙелгән ҡыҙыл ҡарағатты 100 г шәкәр менән бутап, йәймәләр өҫтөнә һыларға. Йәймәләрҙе ҡатлап һалырға.
550 г ҡыҙыл ҡарағатты дуршлагтан иҙеп сығарып, 200 г шәкәр менән бутай-бутай ҡуйырғансы ҡайнатырға. Был масса һыуынғас, торт өҫтөнә һыларға һәм тигеҙләп сығырға. Табынға бирер алдынан торт өҫтөнә шәкәр оно (пудра) һибеп, таҙартылған киви киҫәктәре менән биҙәргә.
Балыҡтан пицца
Бер стакан онға бер балғалаҡ ҡоро сүпрә, ярты стакан йылымыс һөт, самалап тоҙ һалып, ҡамыр баҫырға. Иң аҙаҡтан бер ҡалаҡ зәйтүн майы ҡушырға. Әгәр ҡамыр һуҙылып тормай икән, майҙы күберәк ҡушырға ла була. Ҡамырҙы 40 минутҡа ҡабартырға ҡуйырға.
120 г моцарелла һәм 40 г пармезан сырҙарын айырым-айырым ҡырырға. Бер баклажанды 1 см ҡалынлыҡтағы түңәрәк телемдәргә телеп, майлы табаға теҙеп, 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 15 минут бешерергә.
250 г консерваланған сөләймән балығын (лосось) артыҡ ваҡ булмаған киҫәктәргә бүлергә.
Ике ҡалаҡ томат соусына бер балғалаҡ киптереп ваҡланған орегано менән бер ҡалаҡ зәйтүн майы һалып бутап, соус әҙерләргә.
Ҡамырҙы таба диаметрынан ҙурыраҡ итеп йәйергә лә, майланған табаға һалырға. Уны бер нисә урындан сәнске менән яртылаш тишкеләп, соусты һөртөргә. Уның өҫтөнә тәүҙә моцарелла сырын һибергә, баклажан телемдәрен теҙергә. Балыҡ киҫәктәрен һалғас, пармезан һибергә.
Пиццаны 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 30 – 35 минут бешерергә.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите