Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
10 Сентябрь 2025, 14:33

Шок! Уҡыусы дәрестә үлеп ултырған!

Баланың ата-әсәһенә Хоҙай түҙемлек бирһен…

Шок! Уҡыусы дәрестә үлеп ултырған!Шок! Уҡыусы дәрестә үлеп ултырған!
Шок! Уҡыусы дәрестә үлеп ултырған!

Приморье крайының Чугуевка ауылында 15 йәшлек уҡыусы малай үлеме алдынан уҡытыусыға үҙен насар тойоуын әйткән.

Уның класташтары һүҙҙәренсә, класс етәксеһе үҫмергә тағы ла бер дәрес ултырырға ҡушҡан.

– Уҡытыусы мәктәпкә табип килгәнсе, сәғәт 9-ға тиклем ултырырға ҡушты. Беренсе дәрестән һуң беҙ уның хәлен һораштыҡ, ул «Барыһы ла яҡшы», – тине. Һәм беҙ тынысландыҡ, – тип һөйләгән был хәл хаҡында бер бала.

Киләһе дәрескә ҡыңғырау шылтырағас, балалар кабинетҡа ингән һәм быға тиклем үҙен насар тойған малайҙың партаға ятып, ыңғырашыуын, ауыҙынан һеләгәйҙәре ағыуын күргән.

– Беҙ уға шунда уҡ ярҙамға ташландыҡ, һыу бирҙек, уға аңына килергә ярҙам итергә тырыштыҡ. Уның теле ағарҙы, ә үҙе зәңгәр төҫкә инде, – тип иҫкә ала фажиғәне уҡыусылар.

«Тиҙ ярҙам» табиптары 15-20 минуттан килеп етеп үҫмерҙең йөрәгенә массаж эшләй, әммә ярҙам итмәй. Һуңғараҡ баланың йөрәге сирле булыуын әйтәләр.

Әле фажиғә сәбәптәре тикшерелә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас