Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
10 Сентябрь 2025, 15:57

Мөһим ағзаһын өҙгән

Хәҙер табиптар үҫмерҙең ғүмере өсөн көрәшә. Баланың хәле бик ауыр.

Мөһим ағзаһын өҙгәнМөһим ағзаһын өҙгән
Мөһим ағзаһын өҙгән

Санитар авиация Өфөгә аттан йығылып төшкән 14 йәшлек үҫмерҙе алып килә. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Малайҙың ата-әсәһе уны Ишембай дауаханаһының ҡабул итеү бүлегенә алып килә, унда тикшереү үткәрелгәндән һуң етди йәрәхәт билдәләре асыҡлана – бөйөрҙөң ярылыуы. Табиптар ашығыс рәүештә Республика балалар клиник дауаханаһы менән бәйләнешкә инә һәм балалар уролог-реаниматологы менән телемедицина консультациялары үткәрә. Һөҙөмтәлә пациентты махсус медицина ярҙамы алыу өсөн санавиация ярҙамында РДКБ-ға алып барыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас