Даирә
+24 °С
Дождь
Башҡа яңылыҡтар
10 Сентября 2025, 05:09

Өфөлә Ленин паркын төҙөкләндереү бара

Бында яңы инфраструктура объекттары, шул иҫәптән балалар өсөн уйын майҙансығы, туристик павильон һәм тиҙ туҡланыу нөктәләре барлыҡҡа киләсәк.

Өфөлә Ленин паркын төҙөкләндереү бараӨфөлә Ленин паркын төҙөкләндереү бара
Өфөлә Ленин паркын төҙөкләндереү бара

Өфөлә Ленин паркын реконструкциялау бара. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү ағымдағы йылдың майында башланды һәм ике төҙөлөш миҙгеленә иҫәпләнгән. Бөгөнгө көндә объекттың төҙөлөшкә әҙерлеге 35 процент тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

Паркта һүтеү эштәре тулыһынса тамамланған. Бөтә 114 яҡтыртыу таянысы алып ташланған, 17 900 квадрат метр брусчатка һәм 6666 погон метр бордюр ташы һүтелгән. Шулай уҡ сәскәлектәрҙән һәм вазондарҙан гранит изделиелар һүтеп алынған, 304 ағас тәртипкә килтерелгән.

Параллель рәүештә тергеҙеү һәм төҙөлөш эштәре алып барыла. Дөйөм майҙаны 9998 квадрат метр самаһы булған баҫҡыс марштарының гранит баҫҡыстары, шулай уҡ дүрт гранит нигеҙ һәм иҫтәлекле ордендарҙың ҡапҡастары реставрациялана. Парапеттарҙы термик эшкәртеү алып барыла, территорияларҙы бәләкәй архитектура формаларын урынлаштырыу өсөн әҙерләү бара.

Инженер селтәрҙәрен монтажлау буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Бынан тыш, 860 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы йүгереү юлдары һәм 7 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы йәйәүлеләр юлдары өсөн бетон нигеҙ ҡоролмаһы эшләнгән. Артабан монтажлау өсөн объектҡа видеокүҙәтеү системаһы ҡорамалдары индерелгән дә инде. Тренажерҙар өсөн өс майҙансыҡ ҡуйылған.

Реконструкция һөҙөмтәһендә паркта заманса инженер селтәрҙәре һалынасаҡ, яңы яҡтыртыу ҡуйыласаҡ һәм бөтә юл япмаһы яңыртыласаҡ. Бында яңы инфраструктура объекттары, шул иҫәптән балалар өсөн уйын майҙансығы, туристик павильон һәм тиҙ туҡланыу нөктәләре барлыҡҡа киләсәк.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас