Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь 2025, 16:44

Водителдең кәүҙәһен өсөнсө тәүлектә генә тапҡандар...

Ул 7 сентябрҙә төҙөлөп барған күперҙән йлғаға осоп төшкән тип яҙғайнылар.

Водителдең кәүҙәһен өсөнсө тәүлектә генә тапҡандар...Водителдең кәүҙәһен өсөнсө тәүлектә генә тапҡандар...
Водителдең кәүҙәһен өсөнсө тәүлектә генә тапҡандар...

7 сентябрҙә сәғәт 6.00 тирәһендә Өфө - Яңауыл юлында Йүгерек Танып йылғаһы аша һалынған күперҙең төҙөлөш барған участкаһында ВАЗ-2112 автомобиле рулендәге 37 йәшлек Ҡалтасы районы кешеһе, ҙур тиҙлектә килеп, йылғаға осоп төшкән, тип яҙғайнылар.

Бөгөн, өсөнсө тәүлектә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары 2,5 метр тәрәнлектә батҡан машинаны тапҡан. Шуға тиклем көслө ағым һәм насар күреүсәнлек арҡаһында уны һыу аҫты камераһы  менән эҙләргә тура килгән. Салонда водителдең кәүҙәһен дә тапҡандар...

Автор:Аклима Гизатуллина
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас