Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь 2025, 15:31

Сөгөлдөр салаты

 Был салатты ҡышҡылыҡҡа әҙерләп, банкаларға ябырға була.

Сөгөлдөр салатыСөгөлдөр салаты
Сөгөлдөр салаты

Уны әҙерләү өсөн 1 кг сөгөлдөр, 70 г һарымһаҡ, 120 г помидор, 100 г татлы боррос, 80 г һуған,  60 мл үҫемлек майы, 10 г тоҙ, 40 г шәкәр, 40 мл аш һеркәһе алына. Сөгөлдөрҙө таҙартып, эре ҡырғыстан ҡырырға. Һуғанды   нәҙек кенә итеп оҙонсалап турарға һәм майҙа үтә күренмәле булғансы ҡыҙҙырырға. Сөгөлдөрҙө ҡушып, тағы 10 минут утта то­торға. Помидорҙы йыуып,  ҡыр­ғыстан ҡырырға.  Ҡабығы уста тороп ҡала, йомшағы ғына ҡы­рыла. Татлы боросто, орлоғонан таҙартып,  шаҡмаҡлап турарға һәм помидор менән икәүһен дә сөгөлдөргә ҡушып, тағы 7 – 10 минут  бешерергә. Иң һуңынан ваҡланған һарымһаҡ, тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе өҫтәп, 2 – 3 минут ҡайнатып, стерилләнгән банка­ларға һалырға һәм тимер ҡапҡас менән нығытып ябырға. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас