Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь 2025, 15:21

Репетитор кәрәкмәй

Мәктәпкә ҡабул итеү 25 сентябргә хәтлем дауам итә.

Репетитор кәрәкмәйРепетитор кәрәкмәй
Репетитор кәрәкмәй

Инженер мәктәбе – Рәсәйҙә иң күләмле проекттарҙың береһе. Белем усағы ҡыҙ һәм малайҙарҙы бушлай техникумдарға һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә әҙерләй. Онлайн дәрестәрҙе тәжрибәле педагогтар үткәрә. Мәктәпкә ҡабул итеү 25 сентябргә хәтлем дауам итә.

2-6-сы класс уҡыусылары " Занимательная лаборатория" тигән курс үтәсәк, маҡсат – тәбиғи фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Ә 7-11-се класс уҡыусыларына репетиторһыҙ физика, математика, һыҙма, информатика, химия һәм рус теленән база һәм тәрән курстар тәҡдим ителә.

Әйткәндәй, ҡыҙ һәм малайҙар уңайлы дәрес графигын һайлай ала, педагогтар иһә һөҙөмтәле методика буйынса дәрестәрҙе алып бара. Малай һәм ҡыҙҙарҙы мөмкин хәтлем инженер һөнәренә ылыҡтырыу өсөн уларҙы төрлө экскурсияларға йөрөтәләр. Уҡыусы балалар өсөн мотивация бар – иң-иңдәр өсөн төрлө бүләктәр ҡаралған, үҙ сиратында, улар Урал тау-металлургия компанияһының техник университетына уҡырға инеү өсөн өҫтәмә балға эйә була.

Фото: Олег Мельчаков.

Автор:Илдар Акьюлов
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас