Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
9 Сентябрь 2025, 18:11

Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы тип өндәшмәҫкәме?

Ҡош-ҡорт аҫрауҙары етмәгән, өҫтәүенә кәзә алып ебәрҙеләр...     

Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы тип өндәшмәҫкәме?Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы тип өндәшмәҫкәме?
Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы тип өндәшмәҫкәме?

Күршеһе менән дуҫ-татыу йәшәгән кешеләргә аҡ көнләшеү менән ҡарайым. Ҡала фатирынан шәхси йортҡа күскәндә мин дә шулай күршеләрем менән туғандар кеүек аралашып йәшәү тураһында хыялланғайным.

Бер яҡтан күршеләребеҙ – йәш ғаилә. Тормош ҡороуҙарына өс кенә йыл, бер йәшлек бәпестәре бар. Беҙҙең балаларҙан да бәләкәй булған йәштәр менән дуҫлашып, аралашып булмай бит инде. Былай, итәғәтле генә йәштәр, һаулыҡ һорашып, хөрмәт күрһәтәләр. Йомоштары төшһә, беҙ ҙә юҡ тимәйбеҙ.

Икенсе яҡтан күршеләребеҙ - беҙҙең йәштәрҙәге, йәғни 60-ты уҙған кешеләр. Улар Себер яҡтарынан күсеп ҡайтып, ошонда йорт һала башлағас, ныҡ ҡыуандыҡ. Тәүге осорҙа беҙҙән электр сымы һуҙып, төҙөлөш эштәрен башҡарҙылар. Аҡсалы кешеләр йортто бик тиҙ төҙөп сыҡты, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сынъяһау итеп тә ҡуйҙылар. Әммә беҙ уйлағанса, дуҫтарса аралашып йәшәү килеп сыҡманы. Һауалыраҡ булып сыҡтылар. Өҫтәүенә, әйтеп тә тормайынса, беҙҙең яҡ ҡойма буйына мал аҙбары төҙөп ҡуйҙылар. Ә беҙ тап шул ҡойма янына өйгә ҡарай үтәбеҙ. Ҡош-ҡорт һәм бер кәзә аҫрайҙар. Әлбиттә, һаҫыҡ тиҙәк еҫе беҙҙең урамға ла тарала. Әйткәйнек, яратманылар, һүҙгә килештек. 

Законға ярашлы, бындай ҡоролмалар күршеңдең биләмәһенән нисәлер метр ситтә булырға тейеш икәнен беләм. Әммә судҡа биреп, аҙбарҙы алдыртып, улар менән низағлашып йөрөү ҙә әллә нисек. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Беҙҙең урында булһағыҙ, нимә эшләр инегеҙ?

Гөлниса. Учалы районы.

Автор фотоһы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас