

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты булған М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Федераль инновацияларға булышлыҡ итеү фондының “Студенттар стартапы” конкурсына тәҡдим иткән туғыҙ ғаризаның бишеһе хупланды. Еңеүселәр берәр миллион һум аҡса аласаҡ. Йәмғеһе 11,6 мең ғариза араһынан иң яҡшы 2500 проект һайлап алынды. Башҡортостан – алдынғы дүрт төбәк иҫәбендә.
Еңеп сыҡҡан һәр икенсе проект милли технологик лидерлыҡ проекты өлкәһенә ҡарай. Һәр студент, әҙерлек йүнәлешенең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, технологик эшҡыуарлыҡ өлкәһендә үҙенең һәләттәрен күрһәтә ала, тип билдәләне вице-премьер Дмитрий Чернышенко.
– Республика студенттарының стартаптар конкурсында уңышлы ҡатнашыуы – төбәк етәкселеге фән, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү өлкәһендә башҡарған системалы эштең тағы ла бер һөҙөмтәһе ул, – тине Башҡортостандың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.
Аҡмулла университетының конкурста еңеү яулаған биш студенты сығарылыш квалификация эштәрен стартап форматында яҡларға ниәтләй. Эштәр тематикаһы киң – биотехнологиялар, яңы материалдар һәм химик технологиялар, медицина һәм һаулыҡ һаҡлау технологиялары, ижади индустрия.
Конкурста Физика, математика, һанлы һәм нанотехнологиялар институтының IV курс студенты Валерий Кәримов, Филологик белем биреү һәм мәҙәни-ара коммуникациялар институтының II курс студенты Владислав Алексашин, тәбиғәт-география факультетының IV курс студенты Алина Торовина, психология факультетының IV курс студенты Валерия Бойко, ошо уҡ факультеттың III курс студенты Иван Савостьянов еңеү яуланы.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.