

Ике минутта иртәнге аш
3 йомортҡаға 2 аш ҡалағы һөт ҡушып, туҡырға, тәменә ҡарап тоҙ, борос, колбаса, помидор, һуған һалырға. Сынаяҡты аҡ май менән майлап, ошо массаны һалырға, 2–3 минутҡа микротулҡынлы мейескә бешерергә ҡуйырға.
Тәмле иртәнге аш әҙер.
Ашҡабаҡтан запеканка
4 йомортҡа, 100 г ҡаты сыр, тауыҡтың түш ите, 100 г ҡаймаҡ, помидор, тәмләткестәр кәрәк.
Ашҡабаҡты телемләп турарға, өҫтөнә тауыҡ ите, помидор, һуған һалырға. Ҡаймаҡҡа 4 йомортҡа, төрлө тәмләткестәр һалып туҡырға ла, әҙерләнгән масса өҫтөнә ағыҙып, бешерергә ҡуйырға. Ҡырғыстан үткәрелгән сыр ашҡабаҡ бешкәс кенә һалына.
Сыр менән тауыҡ фаршынан кәтлит
Әҙерләр өсөн 500 г тауыҡ фаршы, 0,5 балғалаҡ тоҙ, 0,5 балғалаҡ ҡара борос ҡатнашмаһы, 0,5 балғалаҡ паприка, 150 г сыр алына. Әүәләр өсөн 100 г он, 2 йомортҡа, сохарый онтағы кәрәк.
Тауыҡ фаршына тоҙ, борос, паприка ҡушып бутарға. Унан, йомарлап, эсенә сыр һалып ҡалдырабыҙ. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, әҙер кәтлиттәрҙе һалып, 30 минут һыуытҡыста тоторға. Унан уларҙы онға, туҡылған йомортҡаға, сохарыйға манып, көнбағыш майында ҡыҙҙырырға.
Рассольник
400 г арпа ярмаһын (перловка) йылы һыуға һалып, 4 сәғәт бүрттерергә. 1,5 кг ҡыяр менән помидорҙы һаламлап, һуғанды шаҡмаҡлап турарға, 600 г кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә, турарға. Бөтә йәшелсәне лә бергә болғатып, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 аш ҡалағы шәкәр, ҡара борос, укроп һалып, 30 минут бешерергә.
Һыуынғас, вакуумлы пакеттарға тултырып, туңдырырға ҡуйырға. Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас ябырға ла мөмкин.
Ҡабаҡтан «ананас»
Күптәр ҡабағын нимә эшләтергә белмәй аптырай. Бына был “ананастар”ҙың тап ҡабаҡтан эшләнгәнен ҡапыл ғына берәү ҙә әйтә алмай.
1 кг ҡабығы әрселеп, эсе алынған ҡабаҡ (йәш ҡабаҡ булһа һәйбәтерәк), 350 г ананас һуты (иң осһоҙлоһон алһағыҙ ҙа була) 0,5 ст шәкәр, 2/3 ҡалаҡ лимон килотаһы кәрәк. Бысаҡ осонда ғына ванилин өҫтәһәгеҙ, ҡабаҡтың әсе тәмен баҫыр.
Ҡабаҡтарҙы таҙартып, эсен алып ташларға. Кәстрүлгә бөтә ингредиентты һалып,15 минут бешерергә. Стерилләнгән банкаларға һалып, ҡапҡас менән ябырға.
Ҡабаҡтар ҡатыраҡ булһа, һыу йә һут өҫтәгеҙ.
Ҡабаҡтан ҡайнатма
1 кг ҡабаҡҡа 2 әфлисун, 1 лимон, 300 грамм шәкәр, ярты стакан һыу кәрәк.
Ярты стакан һыуға шәкәр һалып бутап утҡа ҡуйырға. Сироп ҡайнап сыҡҡас, ит үткәргестән үткәрелгән ҡабаҡты, әфлисунды, лимонды ҡушырға һәм бутарға. Талғын утта бер нисә минут ҡайнатырға. Ҡайнатманы һалҡынса урында һаҡларға.
Үҙенсәлекле соус
Йәшелсәнән генә тора. Тимәк, файҙалы.
Кәрәкле аҙыҡ-түлек: 2 кг помидор, 0,5 г татлы борос, бер баш һуған, бер дана әсе борос, 100 г һарымһаҡ, 20 г тоҙ, 150 г шәкәр, 9 процентлы 75 мл һеркә, бер балғалаҡ ҡара борос, берәр балғалаҡ кориандр, кипкән базилик, тәменсә петрушка, укроп, 20 г крахмал һәм уны иҙеү өсөн 50 мл һыу.
Ошо йәшелсәне ит турағыстан үткәрергә лә, тоҙлап, шәкәр һалып, ҡайнатып сығарырға һәм 15 минут бешерергә.
Шунан йәшел тәмләткестәрҙе һалып, тағы 10 минут утта тоторға. Артабан кипкән тәмләткестәрҙе һәм һеркәне һалып, йәнә 10 минут бешерергә. Һуңынан крахмалды һыу менән бутап, соусҡа ҡушырға ла, бер-ике минут ҡайнатырға.
Стерилләнгән банкаларҙа һаҡларға.
Кетчуп
Магазиндан һатып алғансы, үҙегеҙ эшләгеҙ.
Әҙерләү: 3 кг помидор, 1 кг алма, бер стакан туралған һуғанды йомшарғансы бешереп, дуршлаг аша һөҙөргә. Килеп сыҡҡан массаға ике ҡалаҡ тоҙ, дүрт ҡалаҡ шәкәр, бер ҡалаҡ 9 процентлы уксус, марля эсендә ике лавр япрағы, 10 бөртөклө ҡара борос, өс бөртөк ҡәнәфер, бер әсе борос һалырға һәм ҡуйырғансы ҡайнатырға. Банкаға тултырыр алдынан марлялағы лавр япрағын, әсе боросто алырға. Яҡынса 450 грамлы дүрт банка кетчуп килеп сыға.
Фото: chibbis.ru
А. АҠБУЛАТОВА әҙерләне.
Сығанаҡ: Йәшлек гәзите