Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентябрь 2025, 17:10

Робот-эт ярышҡа сыға

Ул төбәктең алдынғы ҡаҙаныштарын сағылдыра.

Робот-эт ярышҡа сығаРобот-эт ярышҡа сыға
Робот-эт ярышҡа сыға

Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы спорттың технологик киләсәген сағылдыра. Уның резиденты – Өфө фән һәм технологиялар университетының “Киләсәк моторҙары” алдынғы инженерлыҡ мәктәбе Өфө халыҡ-ара марафонында инновациялы ҡатнашыусы - Unitree Go2 EDU робот-эте менән таныштыра.

– Тере атлеттар менән бергәләп арауыҡты еңел генә үткән роботты күҙ алдына килтерегеҙ. Ул әллә ни етеҙлек күрһәтмәһә лә, йәш быуындың иғтибарын алдынғы технологияларға, заманса инженерлыҡтың мөмкинлектәренә һәм, әлбиттә, Өфөләге Вуз-ара кампусына һәм Өфө университетына йәлеп итәсәк, - тине Башҡортостандың Фән һәм юғары белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина.

Кампустың лабораторияһында эшләнгән бионик робот йүгереүселәр менән бергә ике километр арауыҡты үтәсәк. Ошо рәүешле Вуз-ара кампус алдынғы технологияларҙы үҫтереү өсөн майҙансыҡты тәшкил итә. Бында студенттар роботлаштырылған заманса системалар төҙөү һәм программалау менән шөғөлләнә.

Unitree Go2 EDU – ябай робот ҡына түгел, ә ысын артист та. Башта алға ғына атлай белгән эт, хәҙер байтаҡ алымдарҙы үҙләштергән: алғы тәпәйҙәрендә йөрөй, бейей, тәпәйе менән “йөрәк” күрһәтә һәм сәғәтенә ике километрлыҡ тиҙлек менән йүгерә.

Лаборатория студенттарҙы программалауға өйрәтеү өсөн ошондай ике робот-дог һатып алған. Һәр машинаның хаҡы – 1,9 миллион һум. Марафонда ҡатнашыр алдынан робот-эт махсус әҙерлек үткән. Сарала ул төбәктең инженерлыҡ ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк.

“Киләсәк моторҙары” мәктәбе директоры Михаил Охотников әйтеүенсә, роботтың төп бурысы – еңеү түгел, ә үҙен танытыу, инновациялы ҡеүәтте күрһәтеү, иҫтә ҡалырлыҡ образ тыуҙырыу.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Гөлсәсәк Хәйруллина
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас