Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентябрь 2025, 17:12

Көҙгә “Стратус” та килеп етер, әҙер торайыҡ

Быйыл сирҙең һөжүме көслөрәк, бер аҙна эсендә генә республикала 12 меңгә яҡын кеше ауырыған!

Көҙгә “Стратус” та килеп етер, әҙер торайыҡКөҙгә “Стратус” та килеп етер, әҙер торайыҡ
Көҙгә “Стратус” та килеп етер, әҙер торайыҡ

“Роспотребнадзор” иҫкәртә

Башҡортостанда ғәҙәттәгенән иртәрәк киҫкен респиратор сирҙәре башланды. Белгестәрҙең күҙаллауынса, сентябрь аҙағында ул көсәйәсәк кенә. Өҫтәүенә республикаға коронавирус инфекцияһының яңы штаммы, беҙгә билдәле булған ”Омикрон”дың бер төрө “Стратус”тың килеүе көтөлә.

Битлек режимы индерелерме?

Көҙ башында киҫкен респиратор сирҙәренең артыуы яңы уҡыу йылы башланыуы, отпускылар тамамланыуы, көндәрҙең һалҡыная төшөүе менән бәйле. Тик быйыл сирҙең һөжүме көслөрәк, бер аҙна эсендә генә республикала 12 меңгә яҡын кеше ауырыған! Терапевтарҙың әйтеүенсә, кешеләр нигеҙҙә ковид менән ауырый. “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Елена Шакирова һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының амбулатор медицина ярҙамын ойоштороу бүлеге етәксеһе Альбина Танһыҡҡужина ҡатнашлығында республикала киҙеү һәм респиратор инфекциялары таралыу хәүефе һәм уға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.

“Нисек кенә булмаһын, Башҡортостанға вирус киләсәк. Киҙеү планета буйлап атлай һәм мотлаҡ беҙгә килеп етәсәк. Ул йәйҙең нисек булыуына һәм кешеләрҙең иммунитеттарын нығытырға өлгөрөү-өлгөрмәүҙәренә ҡарап тормаясаҡ. 2025-2026 йылғы эпидемиология миҙгелендә A (H1NI һәм H3N3), B (Victoria) (Phuket) тибындағы киҙеүҙең килеүен көтәбеҙ”, – тине Елена Шакирова һәм ”Омикрон”дың варианты “Стратус”тың клиник билдәләре буйынса унан айырылмауын һәм еңел үтеүен белдерҙе. Әммә ул “Омикрон”ға ҡарағанда йоғошлораҡ.

 Республикала битлек режимын индереү планлаштырылмаһа ла, ул медицина, социаль учреждениеларҙа ғәҙәттәгесә һаҡланасаҡ. Ҙур ҡалалар элеккесә хәүеф төркөмөндә.

Яҡламаһа ла, хәлде еңеләйтә

Сирҙең таралыуын кәметеү һәм хәүеф төркөмөндәге прививка яһата алмаған кешеләрҙең һаулығын һаҡлау өсөн белгестәр халыҡтың 60 процентын вакцинацияларға ниәтләй. Был – 2,5 миллион кеше тигән һүҙ. Елена Шакированың әйтеүенсә, киҙеү – киҫкен респиратор сирҙәренең иң ауыр формаһы, унан иң ышаныслы ҡалҡан – вакцина ҡаҙатыу. Сентябрь прививка яһатыу өсөн иң ҡулайлы мәл, антиесемдәр организмда ике-өс аҙнала барлыҡҡа килә.

 Альбина Танһыҡҡужина республикаға 505 мең доза вакцина килеүен һәм медицина ойошмаларына бүленеүен белдерҙе. Уның 40 проценты файҙаланылған, киләһе партия сентябрь аҙағында киләсәк. Республика бюджеты иҫәбенә ике миллион тирәһе вакцина алынасаҡ. Ҡайһы бер предприятие һәм ойошмалар препараттарҙы үҙ иҫәбенә  һатып ала. Тәү сиратта прививкалар хәүеф төркөмөндәге кешеләргә – балаларға, 60 йәштән өлкәндәргә, хроник сирлеләргә яһаласаҡ.

– Прививка һеҙҙе киҙеү йоғоуынан һаҡламаҫ. Ул өҙлөгөүҙәрҙән һаҡлаясаҡ һәм кеше уны еңелсә үткәрәсәк. Киҙеү бронх-үпкә системаһына зарар килтерә һәм бөтә организмдың сирҙән ныҡ ҡаҡшауы ихтимал.

Прививканы өнәмәгәндәр ҙә бар

Елена Шакированың әйтеүенсә, прививка яһатыуҙан баш тартҡан кешеләр ҙә бығаса булғылаған, һәм “улар бар һәм буласаҡ”. Вакцина яһатыу беҙҙә ирекле. Кемгәлер медицина күрһәтмәләре буйынса  ҡаҙатырға ярамай, кемдер вакцина яһатҡандан һуң үҙен насар тойғанға күрә вакцинаға кире ҡарашта. Прививканан баш тартыуҙың һәр осрағы медицина ойошмаһына иҫәпкә ҡуйыла, ата-әсәләр менән һөйләшеү алып барыла. ”Тейешле күләмдә прививка яһатылғандан һуң мәктәптәр ике-өс аҙнаға карантинға ябылмай башланы. Күп тигәндә кластар бер аҙнаға ябыла, ә мәктәп ғәҙәттәге режимда эшләүен дауам итә. Былтыр уҡыусыларҙың 38 проценты ауырыны. Вакцинация һәм бер кластың карантинға китеүе һөҙөмтә бирҙе”, – тине ведомство етәксеһе.

Белгестәр үҙен насар тойған баланы мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына илтмәҫкә кәңәш бирә. “Бындай осраҡтар йыш булып тора. Бер нисә көн дәрес ҡалдырғандан белем сифаты кәмемәҫ. Тәүҙә баланың һәм тирә-яғындағыларҙың сәләмәтлеге тураһында уйларға кәрәк”, – тине Елена Шакирова.  

 Әлеге көндә Башҡортостанда киҙеү осрағы асыҡланмаған. Республикаға өлкәндәр өсөн “Совигрипп” һәм “Ультрикс“, балалар өсөн “Флю-М” вакциналары килтерелгән. Бына кемдәр бушлай вакцина яһата ала – балалар алты айлыҡтан алып, мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу һәм урта профессиональ уҡыу йорттары студенттары, медицина һәм белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, транспорт, коммуналь хужалыҡ өлкәләрендә эшләүселәр, ауырлы ҡатындар, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар, хроник сирлеләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, киҙеүгә ҡаршы вакцинация – сирҙе иҫкәртеүҙә иң һөҙөмтәле ысул. Прививка кешене иң ауыр өҙлөгөүҙәрҙән һаҡлап ҡаласаҡ, пневмониялар хәүефен кәметәсәк һәм инфекция менән көрәшеү өсөн иммун системаһына һаҡлаусы антиесемдәр эшләп сығарырға ярҙам итәсәк. Киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыу өсөн иң уңайлы ваҡыт  – сентябрҙән ноябрь айына тиклемге осор.  

 Динә Арыҫланова.

 Фото: “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы сайты.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас