Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
8 Сентябрь 2025, 16:57

Бер юлы һигеҙ автомобиль бәрелешкән

Боҙлауыҡ осоро ла түгел бит...

Бер юлы һигеҙ автомобиль бәрелешкәнБер юлы һигеҙ автомобиль бәрелешкән
Бер юлы һигеҙ автомобиль бәрелешкән

сентябрь киске сәғәт 9-ҙа Өфө – Ырымбур автомобиль юлының 5-се километрында, 1985 йылғы водитель “Mazda 6” автомобилендә, Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлында Өфө ҡалаһы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, алда барған “Hyundai Solaris” автмобиленә бәрелә. Артабан иһә авария сылбыр буйынса дауам итеп, “Kia Cerato”, “Lada Kalina”, “Volkswagen Polo”, “Renault Kaptur”, “Lada Priora” һәм “Mercedes” бәрелешә...

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “Hyundai Solaris” автмобиле рулендәге 29 йәшлек водитель төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Хөрмәтле водителдәр, юл хәркәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәһәгеҙ, ошондай күңелһеҙ хәлгә ҡалмаҫһығыҙ.

Фото сығанағы: Башкирия Online.

Автор:Рәмилә Мусина

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас