

Ошо көндәрҙә “Не рули, малай!” социаль кампанияһы сиктәрендә Благовещен районы буйынса Дәүләт автоинспекцияһы бәлиғ булмаған иҫерек мопед водителен тотҡан.
Инцидент Благовещен районының Языков ауылында теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ”Альфа” мопедына идара иткән 15 йәшлек үҫмерҙе туҡтатҡан, өҫтәүенә ул иҫерек тә булған.
Урынға үҫмерҙең әсәһе саҡыртылған. Уның күҙ алдында үҫмерҙе транспорт сараһынан төшөргәндәр, шулай уҡ алкоголь ҡулланыуға тикшереү үтергә тәҡдим иткәндәр. Һөҙөмтә уның һулышында 0,452 мг\л алкоголь барлығын билдәләгән. Транспорт сараһын махсус туҡталҡаға урынлаштырғандар.
Был факт буйынса бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәреү өсөн әсәгә ҡарата материал тупланған. Бәлиғ булмаған баланы тейешенсә тәрбиәләмәгән өсөн (5.35-се статья КоАП РФ) әсәне административ яуаплылыҡ көтә. Үҫмер профилактик иҫәпкә ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ водитель танытмаһы булмаған кешегә транспорт сараһына идара итергә рөхсәт биреп хоҡуҡ боҙған өсөн (КоАП РФ 12.7 Ч. 3) протокол төҙөлгән һәм 30000 штраф һалынған.
Ата-әсәләр һәм ололар! Тейешле танытмаһы булмағандарға транспорт сараһы менән идара итергә юл ҡуймағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ, тип иҫкәртә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре.