

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында көтөп алынған ҙур байрам! Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, бында медицина колледжының филиалы асылды.
25 студенттан торған тәүге уҡыу төркөмө “Шәфҡәт туташтары эше”буйынса белем аласаҡ. Йәштәр ауылдан ситкә китмәйенсә, тыуған яҡтарында белем һәм күнекмәләргә эйә буласаҡ. Теорияны И.Тасимов исемендәге тау колледжында өйрәнәсәктәр, ә практик дәрестәр район дауаханаһы базаһында үтәсәк.
Уҡыу кабинеттары заманса ҡорамалдар, уҡыу әсбаптары менән йыһазландырылған, бында манипуляциялар үткәрергә, эш серҙәренә өйрәнергә мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ киләсәктәге профессиональ эшмәкәрлеккә яҡынлаштырылған махсус майҙансыҡтар булдырыласаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Дина Арсланова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите