

6 сентябрь көнө Баймаҡ районы Граф күле янында үткән "Башҡорт аты" фестивалендә ошо конкурста еңеп сыҡҡан "Йәшәһен башҡорт аты" йыры яңғыраны, ошо гимн яңғырауы аҫтында аттар парады үтте. Гимндың авторҙары - үҙебеҙҙең талантлы яҡташтарыбыҙ, шағирә Фирүзә Абдуллина һәм музыка белгесе, композитор һәм йырсы, Башҡортостандын атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин. Гимнды әҙерләп сәхнәгә сығарыусы ла ул. "Атайсал" төркөмө егеттәренә афарин тип әйтергә генә ҡала.
Яҡташтарыбыҙҙы оло еңеү менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ! Афарин!
Сығанаҡ: Тамаша журналы