Даирә
+24 °С
Ямғыр
Башҡа яңылыҡтар
7 Сентябрь 2025, 14:19

Ҡөрьән аяттары яҙылған һауыт-һабаны ҡулланырға яраймы?

Мосолмандарға ҡулланырға ярамаған һауыт-һаба араһында түбәндәгеләр бар...

Ҡөрьән аяттары яҙылған һауыт-һабаны ҡулланырға яраймы?Ҡөрьән аяттары яҙылған һауыт-һабаны ҡулланырға яраймы?
Ҡөрьән аяттары яҙылған һауыт-һабаны ҡулланырға яраймы?

Мосолмандарға ҡулланырға ярамаған һауыт-һаба араһында түбәндәгеләр бар...

Һуңғы ваҡытта Аллаһ исеме яҙылған сынаяҡтар, тәрилкәләр, ғөмүмән һауыт-һаба йыйылмаһы күбәйҙе. Уларҙы хәҙер бүләккә биреләр, хәйер итеп тә тараталар. Ә уларҙы ҡулланырға яраймы икән?

Ҡөрьән аяттары йәки ислам дине доғалары яҙылған һауыт-һабаны ҡулланыуҙы туранан-тура тыйыу юҡ. Ә дөйөм ҡағиҙә нигеҙендә тыйылмаған нәмәләрҙең барыһы ла рөхсәт ителә. Тимәк, көндәлек тормошта бындай һауыт-һабаны ҡулланыу рөхсәт ителә.

Нисек кенә булмаһын, бындай һауыт-һаба менән ҡулланғанда, унда Аллаһ һүҙҙәре яҙылыуын аңларға кәрәк. Шуға күрә хөрмәт меннә ҡарау мөһим. Ул ҡайҙалыр тәгәрәп ятырға, уны тыйылған аҙыҡ өсөн файҙаланырға йәки бәҙрәфтә ҡалдырырға ярамай. Быларҙың барыһы ла Аллаһы Тәғәлә һүҙҙәренә ҡарата үҙ-үҙеңде тейешенсә тотмау тип баһаланасаҡ. Әгәр ундай һауыт-һаба ватылһа, уны күмергә кәрәк тип аңлата Islam Today сайты.

Мосолмандарға ҡулланырға ярамаған һауыт-һабаға килгәндә, ул – алтын һәм көмөштән эшләнгән һауыттар. Был тыйыу ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағыла.

Сығанаҡ: “Интернтат”

Автор:Альфия Мингалиева
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас