

Башҡортостанда эш биреүселәр, инвалидтарҙы стажировкалау программаһына ярашлы, инвалид стажерҙың һәм уға беркетелгән остаздың хеҙмәт хаҡының бер өлөшөн ҡаплауға субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Халыҡтың ярҙамға мохтаж категорияларының мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – «Кадрҙар» милли проектының (национальный проект «Кадры») төп йүнәлештәренең береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
2025 йылда һәр компания 135 мең һумға тиклем ярҙамға иҫәп тота ала.
– Дәүләттән финанс ярҙамы йәлеп ителгән стажировка дүрт айға тиклем дауам итә ала. 2025 йылда 200 инвалидты эшкә урынлаштырыу һәм стажировка ойоштороу планлаштырыла. Эш биреүселәр һайлап алынған, килешеүҙәр төҙөлгән. 140 инвалид стажер эшкә тотондо йәки яҡын арала эшләй башлаясаҡ, – тип билдәләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.
2017 йылдан, йәғни программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып, меңдән ашыу инвалид стажировка үткән. Артабан һуң уларҙың ошо эш урындарында нығыныуы 70 процент тәшкил итә.
Инвалид хеҙмәткәрҙәр башлыса эшкәртеү производствоһында (17 процент), мәғариф (11 процент), һаулыҡ һаҡлау (10 процент), сауҙа (туғыҙ процент), төҙөлөш (ете процент), транспорт (ете процент) һәм ауыл хужалығы тармағында (дүрт процент) эшләй.
Яңыртылған милли проекттар, ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла башланы.
Фото: Правительство РБ.