

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IV Халыҡ-ара “Башҡорт аты” фестивален асыу тантанаһында ҡатнашты. Был башҡорт тоҡомло аттарға арналған ҙур ғилми-мәғрифәтселек һәм мәҙәни-спорт сараһы республикала 2022 йылдан алып үтә.
Фестиваль йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ эшләү традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Граф күле эргәһендә ун меңдән ашыу ҡунаҡтар йыйылды. Уларҙың рәтендә – атлылар, спортсылар, ғалимдәр, Рәсәйҙең 16 төбәгенән һәм 12 сит дәүләттән килгән бизнес вәкилдәре. Фестивалдең тантаналы өлөшөн театрлаштырылған тамаша һәм аттар парады асты.
– Бында сираттағы тапҡыр үҙ тарихының ҡәҙерен белгән һәм республика символдарының береһе – башҡорт атына битараф булмағандар йыйылды. Рәсәй халыҡтарының барыһына тиерлек ат ысынлап та походта ла, һуғышта ла, тормошта ла юлдаш булды. Был айырыуса башҡорттар тормошонда сағылды, – тине Радий Хәбиров. – Ат – хәҙерге заман Башҡортостаны иҡтисадының ҙур өлөшө, ул махсус хәрби операцияла илебеҙҙе һаҡлаған яугирҙәребеҙгә лә ярҙам итә. Һәм беҙ йылдан- йыл башҡорт атын артабан өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирәсәкбеҙ. 2023 йылда беҙ “Башҡорт аты” атамаһын ҡулланыуға Роспатенттың танытмаһын алдыҡ. Быйыл башҡорт атының геномын өйрәнә башлаясаҡбыҙ. Һәм һәр йыл һайын үҙебеҙҙең бына тигән юлдашыбыҙ тураһындағы тарихты һаҡлау өсөн аҙ ғына күберәк эшләйәсәкбеҙ.
Аҙаҡ республика етәксеһе “Башҡорт аты геномы” ғилми-мәғрифәтселек проектына старт бирҙе һәм фестивалдең тематик майҙансыҡтары менән танышты.
–Был күп планлы сара – фән, мәҙәниәт, спортты эсенә ала, башҡорт аты менән бәйле бөтә нәмәгә арналған. Әлбиттә, был беҙҙең халыҡ өсөн бик яҡшы байрам да,– тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор:Дина Арсланова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите