Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
5 Сентябрь 2025, 09:08

Тыуған илде һаҡлай егеттәр

Булат 2023 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.

Тыуған илде һаҡлай егеттәрТыуған илде һаҡлай егеттәр
Тыуған илде һаҡлай егеттәр

Булат Хәбиров йәмле Бельский ауылында донъяға килгән. Күрше Сахай мәктәбенә йөрөп белем ала. 9-сы класты тамамлағас, Өфө авиация техникумына уҡырға инә. Техникумда автомеханик белгеслеген үҙләштерә. Ләкин егет бер йыл уҡығандан һуң тыуған районына ҡайтып, ауыл хужалығы өсөн белгестәр әҙерләүсе Ауырғазы күп функциялы колледжының Ҡырмыҫҡалы филиалына уҡырға инә һәм ауыл хужалығы производствоһы мастеры һөнәрен алып сыға. Уҡып бөткәс, алған һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй. Яҙмышы икенсе юл менән алып китә егетте. Ул “Жилстройинвест” төҙөлөш компанияһында ташсы булып хеҙмәт итә. Ғаиләһе менән 2018 йылда Өфө ҡалаһына күсеп китәләр. Ҡатыны менән бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр.
Булат 2023 йылда үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Тәүҙә ул Алкинда дивизион формалаштырыуҙа була. Артабан Һамар өлкәһенең Рощинский ауылында ике ай ярым хәрби әҙерлек курстары үтә. Хәрби әҙерлек үткәндән һуң стратегик мөһим фронт участкаһы булған Краснолиман йүнәлешенә ебәрелә. Унда яугир гаубицалы артиллерия дивизионында сержант дәрәжәһендә взвод командиры урынбаҫары, орудие командиры булып хеҙмәт итә. Махсус операцияла ҡатнаш­ҡан ваҡытта Булат үҙен ҡыйыу һәм оҫта яугир, тоғро һәм ышаныслы иптәш итеп күрһәтә. Уның һуғышта ҡыйыулығы, фиҙаҡәрлеге һәм бурысына тоғролоғо “Хәрби батырлыҡтары өсөн” һәм генерал Шайморатов исемендәге миҙалдар менән билдәләнә.
- Мин дә ситтә ҡала алманым. Бындай ҡарар бер минутта тыуа торған уй түгел. Шулай ҙа күп уйланғандан һуң етди ҡарарға килдем һәм минең теләгем менән яҡындарым да ризалашты. Сөнки һәр ир-егеттең бурысы - илде, ғаиләне, балаларҙы яҡлау, - ти яугир.
Булат әлеге мәлдә махсус хәрби операция биләмәһенән яраланып ҡайтып, дауаланып йөрөй. Беҙ яугирҙәр өсөн яҡындары араһында үткәрелгән ялдың ни тиклем мөһим булыуын аңлайбыҙ һәм Булатҡа тиҙерәк һауығыуын һәм илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, бөтә яугирҙәрҙең дә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар бу­йынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел ра­йондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас