Мутлашыусылар граждандарҙы алдауҙан туҡтамай. Енәйәтселәр селтәренә эләккән кешеләр уларға ҙур суммала аҡса бирә. Районда тағы ла яңы мутлыҡ осраҡтары теркәлгән.
Медицина полисын оҙайтҡан
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенә бер ҡатын ғариза менән мөрәжәғәт итә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, мутлашыусылар медицина полисын яңынан рәсмиләштерергә кәрәк тип, унан 140 940 һум аҡса урлаған.
Барыһы ла телефон шылтыратыуҙан башлана: билдәһеҙ ҡатын үҙен үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәре тип таныштыра һәм Алина С.-ға (исеме үҙгәртелде) медицина полисын яңыртырға кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Бының өсөн, шылтыратыусы әйтеүенсә, СМС-хәбәрҙә килгән кодты әйтеү талап ителә. Алина С., мутлашыусыға ышанып, кодты әйтеп бирә.
Шул уҡ көндө кис зыян күреүсегә тағы бер мутлашыусы шылтырата – ул үҙен “Дәүләт хеҙмәте порталы” хеҙмәткәре итеп таныта. Ул уның аккаунтына енәйәтселәр инеп, уның исеменә кредит алырға маташыуҙары тураһында хәбәр итә. Ялған хеҙмәткәр уға аккаунтын ватыу тураһында ғариза яҙырға кәрәклеге тураһында әйтә һәм уның менән “Роскомнадзор” белгесе бәйләнешкә инәсәк, ул был хәлде асыҡларға ярҙам итә аласаҡ, тип белдерә. Тиҙҙән мессенджерҙа Алина С. менән “Роскомнадзор” хеҙмәткәре бәйләнешкә инә. Ул хәбәр итеүенсә, уның ғаризаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған һәм кредит алырға ынтылыуҙарын күҙәтеү өсөн мессенджерға бөтә ингән хәбәрҙәрҙе ебәреүҙәрен һорай. Ҡыҙ ризалаша.
Икенсе көндө мутлашыусы тағы ла бәйләнешкә сыға һәм енәйәтселәр уның банк ҡушымтаһын ватып, 55 мең һумлыҡ кредит рәсмиләштереүҙәре тураһында хәбәр итә. Ул уның картала һаҡлыҡ аҡсаһы бармы-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһына. Зыян күреүсенең тупланған аҡсалары булыуын белгәс, кредит аҡсаларын, һаҡлыҡ аҡсаларын “хәүефһеҙ” иҫәпкә һалырға тәҡдим итә.
Алина С., мутлашыусының хәйләһенә бирелеп, аҡсаны алып, уны енәйәтселәр иҫәбенә һала.
Ҡыҙ “Роскомнадзор”ҙың ялған хеҙмәткәре бәйләнешкә сыҡмағас һәм мессенджерҙағы бөтә хәбәрҙе бөтөргәс кенә «хәүефһеҙ» иҫәптең юҡлығын аңлай.
Аҡсаһыҙ һәм
машинаһыҙ ҡалған
Антоновка ауылында йәшәүсе Анатолий Ф. (исеме үҙгәртелде) интернет аша машина һатып алырға теләп, мутлашыусылар ҡорбаны була. Ул мутлашыусыларға 1 800 000 һум аҡса күсерә.
Ул Рәсәйҙән дә, сит илдәрҙән дә ҡулланылған автомобилдәрҙе һайлап алыу һәм һатыуҙы тәҡдим иткән сайтҡа тап була. Уларҙың тәҡдиме менән ҡыҙыҡһынып, сайтта күрһәтелгән номерға шылтырата. Уға һатыу буйынса менеджер беркетелә, ул компания һәм эш схемаһы тураһында һөйләп бирә. Уның һөйләүе ышаныслы булыуына инанғас, Анатолий Ф. килешеү төҙөргә ҡарар итә һәм менеджерға ниндәй автомобиль маркалары менән ҡыҙыҡһыныуын әйтә. Менеджер Анатолий Ф.-ҡа фотоһүрәттәр һәм автомобилдәрҙең техник характеристикаларын ебәрә. Тиҙҙән зыян күреүсе үҙенә оҡшағанын һайлай.
Килешеү шарттарына ярашлы, ул паспорт мәғлүмәттәрен бирә, йәшәү адресын күрһәтә һәм транспорт сараһын диагностикалау өсөн 90 мең һум аҡса түләй.
Бер аҙҙан менеджер Анатолий Ф. менән тағы ла бәйләнешкә инә һәм автомобиль һатып алыу өсөн 1 435 980 һум күсерергә кәрәклеген хәбәр итә. Түләүҙән һуң ир транспорт сараһының килтерелеүен күҙәтеү өсөн трек-номерлы смс ала.
Бер аҙнанан менеджер яңынан бәйләнешкә сыға, машина тиҙҙән Рәсәйҙә буласаҡ, һәм таможняла рәсмиләштереү менән бәйле өҫтәмә сығымдарҙы түләргә кәрәк, тип белдерә. Зыян күреүсе кәрәкле сумманы күсерә һәм күптән көткән автомобилен көтә башлай.
Әммә бынан һуң менеджер шылтыратыуҙарға һәм хәбәрҙәргә яуап бирмәй һәм бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Зыян күреүсе компания директоры менән бәйләнешкә инергә тырыша, ул бындай хеҙмәткәрҙең булыуын раҫлай, әммә менеджерҙың бер коллегаһы менән дә бәйләнешкә сыҡмауын хәбәр итә.
Тикшереү барышында был менеджерҙың клиенттарҙы аҡсаһыҙ һәм тауарһыҙ ҡалдырып, алдаған беренсе осрағы түгеллеге асыҡлана.
Хөрмәтле район халҡы! Был райондаштарыбыҙҙың автомобиль һатып алырға теләп, мутлашыусылар ҡорбаны булған берҙән-бер осраҡ түгел. Билдәһеҙ һәм таныш булмаған сайттарҙа тауарҙарға заказ бирмәгеҙ. Интернет-магазиндар аша тауар һатып алғанда уяу булығыҙ.
Ғәлиә КӘРИМОВА.