+24 °С
Ямғыр


Кишерҙе ваҡ итеп ҡырырға. Йомшарған майға шәкәр, тоҙ ҡушып, болғарға. Әҙер массаға кишер, ванилин өҫтәп, тағы ла яҡшы итеп болғатырға, он менән ҡамыр ҡабартҡыс ҡушырға. Әстерхан сәтләүеген блендерҙа йә булмаһа бысаҡ ярҙамында ваҡларға һәм массаға ҡушырға. Бөтәһен бергә ыуалағандан һуң, шарсыҡтарға әүәләп, пергамент ҡағыҙына теҙеп, 180 градус эҫелектәге духовкаға 20 минутҡа бешерергә ҡуйырға. Печеньелар һыуынғас, өҫтөнә шәкәр пудраһы һибергә.
Зинира Сыңғыҙованың рецебы.
Фото: шәхси архивтан.