

Вилдан Яруллин дәүләт һатып алыуҙарын үткәргәндә вазифа вәкәләттәрен арттырған өсөн ҡулға алынғайны.
Концерт майҙансығын әҙерләгәндә лә ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡлана. Эштәрҙе шәхси эшҡыуар алып бара, уның менән тейешле килешеү төҙөлгән була.
Тәфтиш версияһы буйынса, Яруллин шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә яҙылған премияны үҙләштергән. 200 мең һумдан ашыу бит әле ул! Тапҡандар енәйәтсене.
Халыҡ артисының адвокаты раҫлауынса, коллективта МХО биләмәһендә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға матди ярҙам йыйыу ойошторола, ә уны ҡалай оҫта итеп икенсе яҡҡа бороп ебәрәләр.
Әле шәхси эшҡыуар Гөлнара Юринаның шәхси предприятиеһы менән, конкурс талаптарын үтәмәйенсә, 33 миллион һумдан ашыу суммаға контракт төҙөүҙә ғәйепләйҙәр. Әйткәндәй, эшҡыуар Гөлнара Юрина әле һаҡ аҫтында ҡала.
Йорт аресына күсереү Вилдан Яруллиндың ғәйепһеҙлеген иҫбатлауға бер аҙым булһын ине.