Даирә
+21 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
4 Сентября 2025, 11:09

Мәктәп туҡланыуы сифаты яҡшырҙы

Мәктәптәрҙә балаларҙы ҡай­­нар аш менән тәьмин итеү темаһы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе һанала, уның сифатын яҡшыртыу, юғары кимәлгә күтәреү буйынса системалы эш алып барыла.

Мәктәп туҡланыуы сифаты яҡшырҙыМәктәп туҡланыуы сифаты яҡшырҙы
Мәктәп туҡланыуы сифаты яҡшырҙы

Ата-әсәләр әйтеүе буйынса, Башҡортостан башлығы мәктәп туҡланыуы системаһын үҙгәртеп ҡороу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡандан һуң ризыҡ әҙерләү технологияһын боҙоу осраҡтары һиҙелерлек кәмегән. Иртәнге һәм төшкө аштарҙың сифаттары яҡшырған, шуға күрә уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә ашнаҡсыларҙың эшенән ҡәнәғәт. Билдәле булыуынса, Радий Хәбиров мәктәп ашханаларындағы сифатһыҙ сеймалды һәм ситтән килтерелгән итте (сөнки, ул килгәнсе хатта Аргентинанан буйвол ите лә ҡулланылған булған) алып ташлауҙы талап итте. Хәҙер аҙыҡ-түлек был төр эшмәкәрлеккә лицензияһы булған етди комбинаттарҙан, шулай уҡ фермер хужалыҡтарынан ғына килтерелә.
Мәктәп туҡланыуын ойош­тороуҙың сифаты менән яҡындан танышыу маҡсатында 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе ашханаһында булдыҡ. Әйткәндәй, был ашханала ике мәктәптең уҡыусылары туҡлана. Ашхана заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, хеҙмәткәрҙәр ҙә уңайлы шарттарҙа эшләүен билдәләй.
- Бында ике мәктәптән көнөнә 900-ҙән ашыу бала туҡлана. Мәктәп туҡланыуы, тәү сиратта, сифатлы һәм файҙалы булырға тейеш. Балаларға бында туҡланыу бик оҡшай. Минең өсөн төп бүләк – балаларҙың рәхмәте.
Күңелем менән эшләргә тырышам, һәм беҙҙә бик яҡшы коллектив тупланған. Мәктәп ашамлыҡтарына ҡуйылған бµтә талаптарҙы, менюның бµтә стандарттарын үтәйбеҙ. Аҙыҡ-түлекте һаҡлау өсөн махсус урындар ҙа етерлек. Мәктәп ашханаһы ҡоролмаһы яңыртылып тора. Икенсе сменала мотлаҡ салаттар, беренсе һәм икенсе блюдолар ҡаралған, иртәнге ашҡа аҙнаһына ике тапҡыр бутҡа бирелә. Ризыҡ төрө миҙгелгә тап килә, мотлаҡ аҙыҡтарҙан ит, һөт, ярма аштары, йәшелсә, эсемлектәр. Сифатлы, хәүефһеҙ һәм тәмле.
Аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар юҡ, һәр кесаҙна-йома көндө продукция килтерелә. Тәрилкәгә һалынған аш күләме менюла күрһәтелгәнгә тап килә, аҙыҡты өҫтәлгә йылы көйө бирергә тырышабыҙ.
Мәктәп ашханаһында өс ашнаҡсы эшләй. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр махсус кейем, маскалар, бирсәткәләр менән тулы күләмдә тәьмин ителә, - ти ун ике йылдан ашыу ошо белем усағының уҡыусыларын тәмле аштар менән һыйлаусы Рәмилә Пулатова. Ашхана хеҙмәткәрҙәре Сәлимә Якубова менән Илүзә Сәйетова – уның уң ҡулы.
Тәнәфескә ҡыңғырауҙы ишетеү менән уҡыусылар ашханаға ашыға. Танауҙарҙы ҡытыҡлап, тәмле еҫтәр аңҡып торғас, башҡаса мөмкин дә түгел. Ашнаҡсылар бешергән ризыҡтар өйҙәге кеүек телеңде йоторлоҡ, ти балалар.
- Беҙҙең мәктәптең ашханаһында бик тәмле бешерәләр. Миңә бөтәһе лә оҡшай, - ти 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең 10-сы “а” класы уҡыусыһы Айгөл Мөхәмәтйәнова.
- Миңә мәктәптә ашау ныҡ оҡшай, ашнаҡсы апайҙар бик тәмле бешерә. Айырыуса туҡмаслы ашты яратам. Алма йәки башҡа төрлө емештәр ҙә була,- ти С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең 8 «а» класы уҡыусыһы Марсель Рәхмәтуллин.
- Әлбиттә, балаларҙың һаулығы иң беренсе туҡланыуға бәйле. Аш күләме менюла күрһәтелгәнгә тап килә, аҙыҡ өҫтәлгә йылы көйө бирелә, көндәлек менюлар тейешле тәртиптә төҙөлгән, аҙыҡ-түлек барлыҡ талаптарға ярашлы әҙерләнә. Мәктәп менюһы ризыҡтарындағы аҙыҡ-түлек юғары сифатлы булыуы күҙәтеү аҫтында тотола. Ата-әсәләр яғынан иҫкәрмәләр юҡ, балаларға ла бик оҡшай, - тип һүҙгә ҡушыла С.М.Чугункин исемендәге мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса мәктәп директоры урынбаҫары Гүзәл Мөхитдинова.
Әйткәндәй, ата-әсәләр ҙә уҡыу­сыларҙың туҡланыуын ойош­тороу шарттары менән яҡындан таныша ала. Бының өсөн мәктәптәрҙә асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Мәктәп ашханаларында ашамлыҡтарҙың күргәҙмә-дегустацияһы ойош­торола, унда теләгән һәр кем ҡатнаша. Ата-әсәләр килеп балалар ашаған ризыҡтарҙы тәмләп, туҡландырыуҙың нисек ойошторолоуын ҡарай ала.
Дөрөҫ ашау көнө буйы етерлек көс-ҡеүәт, яҡшы кәйеф биреп кенә ҡалмай, ул - һаулыҡ нигеҙе икәнен бµтә кеше белә. Бигерәк тә мәктәптәрҙә балаларҙың туҡланыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән уҡыусыларҙың сәләмәтлеге ышаныслы ҡулдарҙа.
Фирүзә ЙӘМИНЕВА.
Автор фотолары.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас