

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан эшҡыуар Екатерина Кривохатҡа "Һөҙөмтәле һәм конкурентлыҡҡа һәләтле иҡтисад"(национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) милли проекты буйынса продукцияһын сертификациялау өсөн "Минең бизнесым" үҙәге ярҙам алды. Был турала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.
Был уға продукцияһының юғары сифатын раҫларға, бизнесты үҫтереү өсөн яңы перспективалар асырға мөмкинлек биргән.
"Башҡортостанда эшҡыуарҙарға төрлө йүнәлештәр буйынса һәр яҡлап ярҙам күрһәтеп, һөҙөмтәле бизнесҡа булышлыҡ итеү инфраструктураһы булдырылды. Был системаның төп механизмы булып «Минең бизнесым» үҙәге тора, унда «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә продукцияны сертификациялау, киң мәғлүмәт сараларында популярлаштырыу, эксперт консультациялары буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә”, — тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Институтты тамамлағандан һуң Екатерина Кривохат матурлыҡ индустрияһында бизнесын уңышлы үҫтерә. Икенсе балаһының тыуыуы, уның шәкәрҙе ҡабул итмәүе йәш әсә өсөн яңы йүнәлештәр эҙләүгә көслө этәргес булып тора. Зефир сәскәләре идеяһынан илһамланып, Екатерина был оҫталыҡты үҙләштереү өсөн махсус курстар һәм шәхси күнекмәләр үтә. Стәрлетамаҡтағы “Минең бизнесым” үҙәге ярҙамы менән сертификациялау алыуға ирешә.
Бөгөн Екатерина Кривохаттың үҙенсәлекле зефир гөлләмәләрен һатып алыусылар көндән –көн арта, улар Стәрлетамаҡтың сәскә һәм аҙыҡ-түлек магазиндарында тәҡдим ителә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан