Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
2 Сентябрь 2025, 04:27

Үрге Йәркәй ауылы төҙөкләндереүгә федераль грант отто

Эштәрҙе 2026 йылдың майында башларға иҫәп тоталар.

Үрге Йәркәй ауылы төҙөкләндереүгә федераль грант оттоҮрге Йәркәй ауылы төҙөкләндереүгә федераль грант отто
Үрге Йәркәй ауылы төҙөкләндереүгә федераль грант отто

Башҡортостандың Илеш районындағы Үрге Йәркәй ауылы “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса уҙғарылған X бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу проекттары конкурсында еңеүсе булды һәм федераль грант отто, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан.

“Үрге Йәркәй үҙәгенең бәйләүсе ептәре. Төп ауылдың тере берҙәмлеге” проекты үҙәк майҙанды комплекслы үҙгәртеүҙе күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, унда сәхнәне яңыртыу, декоратив плиткалы йәйәүлеләр зонаһын һәм заманса скейт-парк булдырыу, ҡоро фонтан, бәүелсәктәр һәм сауҙа павильондары монтажлау планлаштырыла. Эштәрҙе 2026 йылдың майында башларға иҫәп тоталар.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты – тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Дзен". 

Автор:Альфия Мингалиева
Сыҡанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас