

Һыуыҡ тейгәндә лә бик шәп ярҙам сараһы ул. Киҫкен респиратор вирус ауырыуынан, гриптан ярҙам итә. С витамины күп булғанлыҡтан, бактерия, вирустарҙың үҫешенә юл ҡуймай. Әлморон төнәтмәһе ҡаҡырыҡты сығара, тымауҙы, йүткереүҙе бөтөрә.
Етмәһә, артрит, артроз һәм һөйәк системаһының башҡа ауырыуҙарын да һауыҡтырырға булышлыҡ итә.
Бөйөр эшмәкәрлеген дә яҡшырта. Шулай уҡ организмдан артыҡ шыйыҡсаны сығарыуға булышлыҡ итә, шешенеүҙе кәметә.
Юғары ҡан баҫымын кәметә, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта.
Иммунитеты ҡаҡшағандарға, бик йонсоғандарға әлморон төнәтмәһе эсергә ҡушыла.
Оҙаҡламай һыуыҡтар башланып, вирус-ауырыуҙар осоро етә. Әлморон төнәтмәһе эсеп, иммунитетығыҙҙы нығыта тороғоҙ, дуҫтар.
АВТОР фотоһы һәм видеоһы.