Даирә
+28 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
2 Сентябрь 2025, 18:44

Дошманды еңеү өсөн уҡыла торған доға

Илебеҙгә, еребеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, яугир ир-егеттәр имен-һау әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә ошо доғаны уҡып йөрөйөк.

Дошманды еңеү өсөн уҡыла торған доғаДошманды еңеү өсөн уҡыла торған доға
Дошманды еңеү өсөн уҡыла торған доға

Дошманды еңеү доғаһы

“Аллаһүммә әнтә раббүнә вә раббүһүм вә кулүбүнә вә кулүбүһүм би йядикә вә иннәмә йәгълибүһүм әнтә”.

Тәржемә: “Аллаһым! Һин – беҙҙең Раббыбыҙ һәм уларҙың Раббыһы. Беҙҙең ҡәлебтәр һәм уларҙың ҡәлебтәре Һинең хөкөмдә. Беҙҙең еңеү Һинән генә тора”.

(Нәвави, әл-Әзкар: 189).

Шулай уҡ доға менән бергә Шәһәҙә биреү ҙә хуплана. 

Шәһәҙәт

(Аллаһ Тәғәләнән башҡа илаһ юҡ икәнлегенә шәһәҙәт биреү):

"Әшһәдү әлләә иләһә илләллаһү вә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү вү расүүлүһ".

Тәржемә: “Шәһәҙәт бирәм: Аллаһ Тәғәләнән башҡа ғибәҙәт ҡылырға лайыҡ илаһ юҡ. Йәнә шәһәҙәт бирәм: Мөхәммәт - Уның ҡоло һәм илсеһе".

Фото: Ф.Рәхмәтуллина

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас