

Пәйғәмбәр ҡәбер өҫтөнә үҫенте ултыртмаған. Ысынында, ул ике ҡәбер эргәһенән үтеп барғанда, уға шул икәүҙең ғазапланыуы хаҡында вәхи төшә. Был – йәшерен (ғәйеп) эш, уны Аллаһ Тәғәләнән башҡа берәү ҙә белә алмай. Һәм Аллаһ Үҙенең пәйғәмбәре Мөхәммәткә шул ике ҡәберҙә ятыусыларҙың ғазап кисереүе тураһында хәбәр итә.
Шунан Пәйғәмбәр яңы киҫелгән пальма ботағын алып килергә ҡуша. Һәм шул яңы киҫелгән ботаҡты икегә ярып, бер яғын – бер ҡәбергә, икенсе яғын икенсе ҡәбергә ҡаҙай. Һәм: "Ысынында, был икәү (йәғни, шул ике ҡәберҙә ятыусы) ғазапҡа дусар. Һәм ғазаптары – ҙур булып күренмәгән гонаһтар өсөн. Беренсеһенә килгәндә, ул ғәйбәт һөйләргә яратҡан. Икенсеһе иһә кесе ярау иткәндән һуң таҙарынмаған", – ти.
Шунан һуң, [унан ни өсөн ул ике ҡәбергә ботаҡтар ҡаҙауын һорағастар]: "Бәлки, ошо ике ботаҡ кипкәнсе, уларҙың хәле еңеләйтелер", – тип аңлата.
Әл-Бохари, "Сахих" (218), Мөслим, "Сахих" (292), Ибн Хиббән, "Сахих" (3128).
Әммә был ҡәбер өҫтөнә үҫенте ултыртыуҙы һәм ул үҫентенең тамыр ебәреп үҫеп китеүен аңлатмай. Улай уйлау яңылыш. Дөрөҫө иһә: Пәйғәмбәр Аллаһтан теге икәү өсөн баяғы ике ботаҡ кипкәнсегә тиклем ғазаптары еңеләйтелеүҙе һораған, фәҡәт.
Ҡәбергә үҫенте ултыртыу шәриғәттә юҡ. Әгәр ултыртыла ҡалһа, беҙ быны бидәғәт тимәйбеҙ. Әммә ләкин мәйет унан файҙа алмай. Бер ниндәй ҙә.