

Башҡортостан «Кадрҙар» милли проекты (национальный проект «Кадры») ярҙамында тормошҡа ашырылған субсидияланған найм федераль программаһында ҡатнаша. Был хаҡта республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Дәүләт граждандарҙың айырым категорияларын эшкә урынлаштырғанда эш биреүселәргә финанс ярҙам күрһәтә, улар араһында – хәрби хеҙмәт ветерандары, һәләк булған махсус операция яугирҙәренең ғаилә ағзалары, күп балалы ата-әсәләр һәм башҡалар. Предприятиела ярты йыл эшләгән һәр хеҙмәткәр өсөн 100 мең һумдан ашыу түләнә.
– Компаниялар бюджеттан тыш дәүләт фондтарына ебәрелгән суммаларҙы һәм район коэффициентын өҫтәп, минималь эш хаҡы күләменә тиң сығымдарын ҡаплай ала. 2025 йылда был сумма – 33600 һум. Эш биреүсе хеҙмәткәрҙе эшкә урынлаштырғандан һуң беренсе, өсөнсө һәм алтынсы ай үткәс, өс тапҡыр ошондай түләү ала, – тип һөйләне Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.
2021 йылдан Башҡортостанда субсидияланған найм программаһында ҡатнашҡанэш биреүселәр 355 миллион һум күләмендә финанс ярҙамы алған. Был ваҡыт эсендә 10 меңдән ашыу граждан эшкә урынлаштырылған. Былтыр 485 эш биреүсе субсидия алған. Хеҙмәткәрҙәр өсөн был эш табыу мөмкинлеге, ә предприятиеларға штатты киңәйтеү һәм эш хаҡына сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау мөмкинлеге.
Субсидияланған найм программаһы сиктәрендә юридик шәхестәр, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар ярҙамға иҫәп тота ала.
Билдәле булыуынса, яңыртылған милли проекттар ил Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы, 2025 йылдан тормошҡа ашырыла башланы.
Фото: “Башинформ” агентлығы.