

Бай йөкмәткеле программаны музей филиалы мөдире Рима Ғәзизова йылы сәләмләү һүҙҙәре менән асып ебәрҙе. Ҡунаҡтар мауыҡтырғыс тематик экскурсияларҙа музей залдары буйлап йөрөнө, ауыл һәм Өмөтбаевтар нәҫеле тарихына баш көллө сумды.
"Өмөтбаевтар ғаиләһенең шәжәрә ағасы" тип аталған тәүге экскурсияны музейҙың тәүге директоры М. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Ғәзимйән Ибраһимов үткәрҙе. Ул Өмөтбаевтарҙың нәҫеле, уларҙың ғаилә тарихы һәм быуындарҙың күсәгилешлеге тураһында үҙенсәлекле мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Артабан музейҙың ғилми хеҙмәткәре Юлиә Аслаева йыйылыусыларҙы мәғрифәтсе өлгөһөндә рухланып, уның эшен дауам иткән һәм мәҙәниәтте, ғилми эштәрҙе үҫтереүгә үҙ өлөшөн индереп, лайыҡлы баһа алған «М. Өмөтбаев премияһының лауреаттары» менән таныштырҙы.
«Мәғифәтсенең ижади мираҫын популярлаштырыуҙа музейҙың роле, әһәмиәте һәм перспективалы пландары» тураһында түңәрәк өҫтәл сараның мөһим ваҡиғаһы булды. Уны республиканың Милли әҙәбиәт музейы етәксеһе Зәки Әлибаев йәнле әңгәмә форматында алып барҙы. Түңәрәк өҫтәлдә республиканың милли әҙәби музейы хеҙмәткәрҙәре, танылған әҙәбиәт белгестәре һәм Ибраһим ауылы халҡы ҡатнашты.
М. Өмөтбаев музейы филиалы мөдире Рима Ғәзизова музейҙың артабанғы үҫеше һәм мәғрифәтсенең хәтерен һаҡлауҙа роле тураһында сығыш яһаны.
Журналист, Башҡортостан ҡатындары ойошмаһы Советы ағзаһы Фәүзиә Латипова Өмөтбаев мираҫының милли үҙаңлылыҡты формалаштырыуҙа мөһимлеге хаҡында асһыҙыҡланы. Зифа Ибраһимова үҙ сығышын «Туған халыҡ өсөн М. Өмөтбаевтың мираҫы» темаһына бағышлап, иғтибарҙы уның рухи һәм мәҙәни әһәмиәтелелегенә йүнәлдерҙе.
М. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, рәссам Рәмил Ғәлиев иһә мәғрифәтсенең ижадынан алған тәжрибәһе һәм илһамы тураһында һөйләне
Ауылдың шағирәһе, М. Өмөтбаевтың бүләсәре Динә Мөлҡаманова (Өмөтбаева) мәғрифәтсегә оло ихтирам һәм хөрмәт белдереп, ғаилә хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Был осрашыу - идеялар менән уртаҡлашыу, мәҙәни-мәғрифәтселек үҙәк булараҡ музейҙың ролен нығытыу һәм яңы эш алымдарын эҙләү майҙансығы булды.
Түңәрәк өҫтәл башҡорт мәғрифәтсеһенең бюсына һәм ҡәберенә сәскәләр һалыу һәм М. Өмөтбаевтың башҡорт мәҙәниәтен һәм мәғрифәтселеген үҫтереүҙә баһалап бөткөһөҙ өлөшөнә ҙур ихтирам һәм рәхмәт белдереү хөрмәтенә аят уҡытыу менән тамамланды.
Бынан тыш осрашыу сиктәрендә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың 185 йыллығына әҙерләнеү һәм үткәреүгә арналған кәңәшмә үтте. Унда төп ойоштороу мәсьәләләре һәм идаралык һорауҙары тикшерелде, шул иҫәптән филиалдарҙы йылытыу миҙгеленә әҙерләү һәм музейҙы газ ҡорамалдарына тоташтырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаиләләре менән эшләүгә айырым иғтибар бирелде, был музейҙың заманса йәмғиәттә мөһимлеген һәм күп яҡлы эшмәкәрлек алып барыуы хаҡында иҫбатлай.
Шулай итеп, осрашыу танылған мәғрифәтсегә ихтирам күрһәтеү йөҙөнән генә түгел, ә Өмөтбаевтың мираҫын һаҡлау, популярлаштырыу юлдарын билдәләү һәм музейҙың мәҙәни һәм мәғрифәтселек үҙәге булараҡ ролен нығытыу өсөн мөһим аҙымдар булып торҙо.
Юлиә Аслаева, музейҙың ғилми хеҙмәткәре.