

Хәйбулла районында Аҡъяр – Новочеркасск – Ырымбур өлкәһе сиге юлында Таналыҡ йылғаһы аша һалынған күперҙә өрлөк-ара йөйҙәрҙе бетонлау тамамланған. Яңы Ергән ауылы эргәһендәге 131 метрға һуҙылған яһалма ҡоролманы капиталь ремонтлау “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) буйынса башҡарыла.
Күпер һалыусылар тротуарҙың металл каркасын монтажлауға һәм монолит конструкцияларҙы бетонлауға тотонған. Эш барышы тураһында БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итә.
– Күпер Башҡортостанды Ырымбур өлкәһе менән бәйләгән юлда урынлашҡан. Ҡоролма авария хәлендә булғанға күрә, былтыр, 2024 йылда, подряд ойошмаһы уны капиталь ремонтлау эшенә тотондо. Эш графикка ярашлы дауам итә, быйыл ремонтты тамамлау күҙаллана, – тип асыҡлай Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ ПРезиденты В. Путин указы менән тормошҡа ашырыла. Быйыл Башҡортостанда, “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы, дөйөм оҙонлоғо 1100 метрҙан ашыу булған 11 күпер рәткә һалынырға тейеш.
Фото: pravitelstvorb.ru/news/...